Куньлунь

Куньлу́нь[2][1] (иҫкесә Кунь-Лунь, Куэнь-Лунь; ҡыт. 昆仑山脉, уйғ. كۇئېنلۇن تاغ تىزمىسى, тиб. ཁུ་ནུ་རི་རྒྱུད།, ҡытай теленән тәржемәһе — «Ай тауҙары») — Азияның иң ҙур тау системаларының береһе.

Куньлунь
ug2 كۇئېنلۇن تاغ تىزمىسى, ҡыт. 昆仑山脉
Характеристикалар
Майҙаны623 267 км²
Оҙонлоғо2500 км
Киңлеге684 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеУлугмузтаг 
Бейек нөктәһе7723[1] м
Урынлашыуы
37°54′ с. ш. 92°37′ в. д.
Страна
Ҡытай Халыҡ Республикаһы
Красная точка
Куньлунь
 Куньлунь Викимилектә

География

Ҡытайҙа урынлашҡан. Төньяҡтан Тибет таулығын уратып, көнбайышта Памир тауҙарынан көнсығышта Син-Тибет тауҙарына ҡәҙәр һуҙылған. Тау системаһының оҙонлоғо — яҡынса 2500 км, киңлеге — көнбайышта 150 километрҙан көнсығышта 600 километрға тиклем. Иң бейек нөктәләре: үҙәктә Улугмузтаг (7723 м) һәм көнбайыш өлөшөндә — Конгур (7719 м)[1]. Көнбайышта — Яркенд, көнсығышта Хуанхэ йылғаларының үҙәндәре Куньлунь тауҙарының тәбиғи сиктәре булып тора.

Тау системаһының үҙәк өлөшөндә Аркатаг һырты; артабан көсығыштараҡ — Бокалыктаг һырты урынлашҡан.

Куньлуньшанькоу артылышы аша Тибетҡа юл үтә. Бында 2006 йылда Куньлунь тимер юл тоннеле асыла.

Мифология

Даосизм традицияларына ярашлы, Куньлунь тауы (мифологик «донъя тауы»ның варианты) алиһәләрҙең йәшәгән урыны, ерҙәге ожмах һәм Шан-ди юғары алиһәнең түбәнге баш ҡалаһы тип иҫәпләнә. Шан-ди һәм Хуан-ди образдарының ҡатыштырыу һөҙөмтәһендә, Куньлунь тауы нефрит стеналары менән ҡапланған Хуан-диҙың ғәҙәти дәүләте тип һанала башлай. Был дәүләткә Күк Ҡапҡалары — Чанхэ аша инергә мөмкин. Тау түбәләрендә Си-ван-му алиһәнең тылсымлы баҡсалары урынлашҡан, шулай уҡ емештәре үлемһеҙлек биргән емешле шафталы (персик) ағасы үҫә. Риүәйәттәргә ярашлы, тауға тәүгеләрҙән булып Чжоу династияһы императоры Му-ван бара.

Иҫкәрмәләр

  1. Китай. Справочная карта. Масштаб 1:6 000 000. М., Роскартография, 2008
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. М. : Недра, 1986. — С. 181.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.