Киске Өфө (гәзит)

Киске Өфө — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә 2002 йылдың ноябренән донъя күреп килгән ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит, аҙнаның шәмбе көнөндә башҡорт телендә сыға һәм Башҡортостандағы, Рәсәйҙәге, донъялағы яңылыҡтарға, башҡорт мәҙәниәтенә, башҡорт тарихына ҙур урын бирә. Баш мөхәррире — Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева.

« Маҡсатыбыҙ – киң мәғлүмәт саралары баҙарында бары тик уҡыусы мәнфәғәтен ҡайғыртыусы, уҡыусы күңелен күреүсе, һүҙ бутҡаһынан, арзан ҡиммәттәрҙән ҡасҡан, һәр кемде юғарыға ҡарап фекер итергә әйҙәгән гәзит булараҡ үҙ урыныбыҙҙы алыу. Ошо йүнәлештә ижад итәбеҙ, артабан да шулай дауам итеү ниәтебеҙ. Әйҙәгеҙ, бергә булайыҡ, бергә-бергә фекер ҡорайыҡ, бергә уйлайыҡ, бергә ҡыуанайыҡ..[1] »
«Киске Өфө»
Тип

ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит

Веб-сайты

kiskeufa.ru

 — тип билдәләй үҙ маҡсатын редакция коллективы.

Рубрикалар

«Киске Өфө» гәзите
  • ... ғәҙәттәре күркәм
  • ... ғәҙәттәре сәйер
  • ... көйөндөрә лә
  • Ағинәй һүҙе
  • Аҡыллыға - ишара
  • Алдар менән Ерәнсә ҡоро
  • Баш ҡала ҡунағы
  • Беҙҙең әңгәмә
  • Бер кәлимә фекер
  • Ғаилә ҡоро
  • Заман башҡорто
  • Зыялылар майҙаны
  • Сәләмәтлек әлифбаһы
  • Баш ҡалам
  • Теманы дауам итеп...
  • Тәбиғәт мөғжизәләре

Хеҙмәткәрҙәр

Әлеге ваҡытта эшләгәндәр

  • Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы — 2002 йылдан баш мөхәррир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006).
  •  — Баш мөхәррирҙең дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Эшләй башлаған ваҡыты ????
  • Ләйсән Даян ҡыҙы Нафиҡова — Хаттар бүлеге мөдире.Эшләй башлаған ваҡыты ????
  • Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы Ниғәмәтйәнова — ҡала тормошо бүлеге мөдире. 2010 йылдың 2 июленән эшләй.
  • Гөлназ Вәзих ҡыҙы Сафуанова — хәбәрсе. 2010 йыл.

Элек эшләп киткәндәр

  • Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы Бәҙретдинов — яуаплы сәркәтип, Эшләгән ваҡыты: башы ???? — аҙағы ????
  • Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев — Баш мөхәррир урынбаҫары, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
  • Зөлфиә Ишбулат ҡыҙы Басырова — Баш мөхәррирҙең дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
  • Илгиз Вәкил улы Ишбулатов — хәбәрсе. 2010 - 2017
  • Мөнир Ишкенә улы Иҡсанов — хәбәрсе. Эшләй башлаған ваҡыты ????

Башҡорт Википедияһы Киске Өфө гәзитендә

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.