Кинйәбулат (Ишембай районы)
Кинйәбулат (рус. Кинзебулатово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1058 кеше[2]. Почта индексы — 453223, ОКАТО коды — 80231815001.
Ауыл | |
Кинзебулатово башҡ. Кинйәбулат | |
| |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар |
53°24′15″ с. ш. 56°11′56″ в. д. |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34794 |
Почта индексы |
453223 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
Кинйәбулат ауылы Тәйрүк йылғаһы буйында, Ишембайҙан 10 км көньяҡ-көнсығышта, Салауаттан 18 км көнсығышта һәм Өфөнән 150 км көньяҡта урынлашҡан. Ике өлөштән: башҡорт ауылынан һәм нефтселәрҙең элекке ҡасабаһынан тора. Ауылдың төньяҡ өлөшөндә бәләкәй Зыяратйылға ағып үтә. Ауыл аша урындағы Ишембай — Кинйәбулат — Яңы Әптек автомобиль юлы үтә.
Тарихы
Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Кинйәбулат Аҙнағолов исеме менән аталған. Кинйәбулат XIX быуатҡа 143 кешеһе булған 12 йортло ауыл булып ингән. IX ревизия 29 йортта 347 кеше күрһәткән. Беренсе күскенсе Кинйәбулат Аҙнағолов 1745—1813 йылдарҙа йәшәй. Уның улдары: Ишбулды, Ишмөхәмәт, Ҡаһарман, Килмөхәмәт. Ошо уҡ ауылда ауылға нигеҙ һалыусының ағаһы Ташбулат Аҙнағолов (1755—1811) йәшәгән. Балалары: Ҡотлобулат, Комисар, Хисаметдин. Оҙон ғүмерле — Яуҡай Бурасов (1730—1813).
Ауыл кешеләре малсылыҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 40 йортҡа (234 кеше) 337 ат, 267 һыйыр, 95 һарыҡ, 57 кәзә иҫәпләнә. 11 умарта, 3 солоҡ тотҡандар. Һәр кешегә 7 боттан ашыу иген сәселгән. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[3].
1943 йылда ауыл эргәһендә Кинйәбулат нефть ятҡылығы асыла. Нефтселәрҙең 1952 йылдан да һуңға ҡалмай ауыл составына ингән Кинйәбулат тораҡ пункты барлыҡҡа килә.
2005 йылдан Байғужа ауыл Советының административ үҙәге булып тора. 2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона тораҡ пункттарҙы ойоштороу, берләштереү, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеү, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле төҙәтмәләр индереү тураһында» Законында былай тип әйтелә:
10. Түбәндәге ауыл Советтарының административ үҙәктәрен күсерергә: 8) Ишембай районының Байғужа ауыл Советының Байғужа ауылынан Кинйәбулат ауылына;
2019 йылдың 3 майынан 4 майына ҡарата төндә билдәһеҙ кешеләр мәсетте яндыра[4].
Ауыл бөгөн
Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы)[5], китапхана, мәсет бар[6].
Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 854 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 927 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 756 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 793 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 950 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1058 | 517 | 541 | 48,9 | 51,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихи ерҙәре
Кинйәбулат нефть ятҡылығы- 1943 йылдың сентябрендә асылған ҙур нефть ятҡылығы.
Ауылдың ер-һыу атамалары
Урамдары
Урам исеме[7]:
- Ялан урамы (рус. улица Полевая (улица)
- Яңы ауыл урамы (рус. улица Новоселов (улица)
- Дала урамы (рус. улица Степная)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Герой урамы (рус. улица Героя)
- Иҫке Тәйрүк урамы (рус. улица Старый Тайрук)
- 1-се Май урамы (рус. улица 1 Мая)
- Бухарин урамы (рус. улица Бухарина)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы)
- Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
- Вишневский урамы (рус. улица Вишневского)
- Күл урамы (рус. улица Озерная)
- Сергей Лазо урамы (рус. улица Сергея Лазо)
- Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Венер Килмөхөмөтов урамы (рус. улица Венера Кильмухаметова)
- Сәит Макарский урамы (рус. улица Саита Макарского)
- Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
- Торба урамы (рус. улица Трубная)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Нефть урамы (рус. улица Нефтяная)
Билдәле шәхестәре
- Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (5.06.1893—1937), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдың авгусынан Башҡорт армияһының 1-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры һәм Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы, штабс-капитан. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Риф Мифтахов (17.09.1939—22.04.2020), шағир, йырҙар авторы, журналист, шағир-сатирик, тәржемәсе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты.
- Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы (17.01.1917—17.06.1958), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944), 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.
- Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы (29.10.1953), ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010)[8].
- Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы (17.09.1908-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы. 2-се ранглы техник-интендант. Өлкән лейтенант. «Батырлыҡ өсөн» (1942), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдарына лайыҡ була.
- Садиҡов Мәүлетбай Йосоп улы (04.10.1925-13.05.1993, Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында тыуған) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973), ике тапҡыр «Почёт билдәһе» ордены (1976, 1981) һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
- Шаһиев Марс Хызыр улы (рус. Шагиев Марс Хзырович; 5 октябрь 1946 йыл) — партия органдары, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1977 йылдан Ишембай район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1987 йылдан КПСС-тың Хәйбулла районы комитетының беренсе секретары, халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы; 1993 йылдан «Башкирптицепром» берекмәһенең генераль директоры, 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары.
- Ғәлимов Баязит Сабирйән улы (26 май 1942 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, артабан 2005 йылға тиклем — беренсе проректоры. Философия фәдәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (ок.1890—1923) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы, штабс-ротмистр.
- Шәһиев Ғәли Хызыр улы (1951), ауыл хужалығы, партия органдары һәм урта махсус белем биреү мәктәбе ветераны, ғалим-зоотехник. 1977—1982 йылдарҙа Ишембай районы колхоздарында партком секретары; 1982—1990 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Труд» колхозы рәйесе; 1990 йылдан Стәрлетамаҡ совхоз-техникумы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1995—2005 йылдарҙа — техникум директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2007). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан.
Иҫкәрмәләр
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Кинзябулатово
- Башҡортостанда билдәһеҙ кешеләр ауыл мәсетен яндыра 2019 йыл 11 май архивланған.
- Театр яратҡан ауыл
- Кинйәбулат (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Кинйәбулат ауылы
- Официальный сайт муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан 2018 йыл 18 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
- Башҡортостанда билдәһеҙ кешеләр ауыл мәсетен яндыра 2019 йыл 11 май архивланған.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Кинйәбулат ауылы
- Кинзябулатово
- Кинйәбулат (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Театр яратҡан ауыл
- Кинйәбулат ауылы топонимикаһы (Ишембай районы)