Кемерово өлкәһе

Ке́мерово өлкәһе (Кузбасс) — Рәсәй регионы, Себер федераль округына инә.

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Кемерово өлкәһе

Административ үҙәк

Кемерово

Майҙаны

34-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

0,2

Халҡы

16-сы

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

2 742 450 (2013)

28.65/км²

ТТП

17-се

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

622,5 млрд. һум млрд. һум (2010)

204,0 Мең һум мең һум

Федераль округ

Себер федераль округы

Иҡтисади район

Көнбайыш-Себер

Губернатор

Цивилёв Сергей Евгеньевич

РФ субъекты коды

42

ISO 3166-2 коды

RU-KEM

Сәғәт бүлкәте

KRAT[d] һәм Азия/Новокузнецк[d][1]

Себер региондары араһында халыҡ тығыҙлығы буйынса өлкә иң юғары кимәлдә. Урыҫтар өлкәнең 90 % тәшкил итәләр. Аҫаба халыҡтар — шорцылар, телеуттар һәм себер татарҙары.

Дәүләт ҡоролошо

Кемерово өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

  • Кемерово өлкәһе Губернаторы — Кемерово өлкәһе башлығы һәм Кемерово өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Кемерово өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.

Кемерово өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Кемерово өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.

1997 йылдын 1 июленән 2018 йылдың 1 апрелена тиклем өлкә губернаторы — Тулеев Амангилде Ғүмәр улы, 2018 йылдың 17 сентябренән — Цивилёв Сергей Евгеньевич.

Суд власы

Кемерово өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Кемерово өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Кемерово өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары арбитраж судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Өлкә Парламенты — Кемерово өлкәһе Халыҡ депутаттары Советы.

Географияһы

Өлкә Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығышында, Саян һәм Алтай итәктәрендә урынлашҡан.

Кузнецк Алатауы
Горная Шория трассаһы. Новокузнецк — Таштагол

Ҡиммәтле ҡаҙылмалар

Күмер, баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, алтын, көмөш, башҡа тимер һәм төҫлө металдар.

Тупраҡ

Иң йышы көлһыу тупраҡ осрай. Кузнецк ҡаҙанлығында бик ҡиммәтле ҡара тупраҡ майҙаны бар.

Үҫемлектәр

Өлкә йәшелсәгә бай. Тау башында тундра һәм Альп яландарында ла йәшелсә осрай. Урта һәм түбән тауҙарын пихта, уҫаҡ урмандары биҙәй. Тау итәктәрендә урман далалары урынлашҡан. Кондома йылғаһының бассейнда, Куздееево янында реликт себер йүкә урмандары бар.

Хайуандар

Эре хайуандарҙан Кузбасста мышы, аҫыл болан, ҡоралай, айыу, Һеләүһен, росомаха тереклек итә. Тейен, Ондатра, Һуйыр, Сел бар.

Кузнецк ҡәлғәһе
Кузнецк ҡәлғәһе , 2006

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

    Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.