Кара диңгеҙе

Ка́ра диңгеҙе (рус. Карское море) — Төньяҡ Боҙло океаны сигендәге диңгеҙ. Диңгеҙ, диңгеҙ бассейнындағы Кара йылғаһы исеме менән Кара диңгеҙе тип атала. Ә йылғаны Кара исемле ненец ырыуы хөрмәтенә Кара йылғаһы тип атағандар.

Кара диңгеҙе
Координаты: пропущена долгота
Майҙаны893 400 км²
Күләме101 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек620 м
Уртаса тәрәнлек50—100 м
 Кара диңгеҙе Викимилектә

Физик-географик урыны

Диңгеҙ Евразияның төньяҡ яры һәм Яңы Ер, Франц-Иосиф Ере, Төньяҡ Ер, Гейберг утрауҙары менән сикләнгән. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндә, 1924 йылда асылған, Бизе утрауы урынлашҡан.

Диңгеҙ башлыса һыу баҫҡан урындарҙа (шельф) урынлашҡан, бик күп уртауҙар ҡалған. Тәрәнлеге 50—100 метр, иң ҙур тәрәнлек 620 метр. Майҙаны 893 400 км².

Диңгеҙгә тулы һыулы Обь, Енисей, Таз йылғалары ҡоя, шуға күрә тоҙлолоғо төрлөсә.

Кара диңгеҙе Рәсәйҙә иң һалҡын диңгеҙҙәрҙең береһе, тик йылға тамағында ғына йәй һыу температураһы 0 °C юғары була. Томан һәм штормдар йыш була. Йылдың күп ваҡыты диңгеҙ боҙ менән ҡапланған.

Әҙәбиәт

  • Шамраев Ю. И., Шишкина Л. А. Океанология. — Л.: Гидрометеоиздат, 1980.

Һылтанмалар

  • Карское море в книге: А. Д. Добровольский, Б. С. Залогин. Моря СССР. Изд-во Моск. ун-та, 1982.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.