Йөрәккүл
Йөрәккүл (рус. Зюра́ткуль, Зюрат-Куль) — Рәсәй Силәбе өлкәһенең Һатҡы районындағы[1][2]) һыуһаҡлағыс (элгәре күл).
Йөрәккүл | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 724 м |
Майҙаны | 7 км² |
Иң тәрән урыны | 12 м |
Уртаса тәрәнлеге | 3,4 м |
Үтә күренмәлелек | 6,5 м |
Ҡушылыусы йылғалар | Большой Кыл |
Ағып сығыусы йылғалар | Большая Сатка |
Йөрәккүл Викимилектә |
Географияһы
Һыуһаҡлағыс Силәбе өлкәһенең Һатҡы районында, шул уҡ исемдәге Милли парк биләмәһендә урынлашҡан. Һыу көҙгөһө майҙаны — 13,2 км². Һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 178 км²[2].
Көньяҡ Уралдағы иң бейек тауҙарҙың береһе — диңгеҙ кимәленән 724 м бейеклектә ята.
Йөрәккүл биш бейек тау һәм һырт — Үреңге, Ныҡыш (рус. Лукаш), Нурғош, Мәскәй (рус. Москаль) һәм Йөрәккүл менән уратып алынған[3].
Тасуирламаһы
Башҡа тау күлдәренән айырмалы рәүештә, Йөрәккүлдең һыуы бик үтәҙек түгел. Ул сәй төҫөндәрәк, был күлгә ағып төшкән шишмәләрҙең һаҙлыҡтарҙан баш алыуы менән бәйле[4].
Һыуһаҡлағысты ҡара ылыҫлы урмандар ҡаплаған тау һырттары уратып алған. Көньяҡ-көнбайыштараҡ Нурғош һырты урынлашҡан — ул Силәбе өлкәһенең иң бейек һырты. Һыуһаҡлағысты туйындырған төп ҡушылдыҡ — Оло Ҡыл йылғаһы. Күлгә "Ҡыл" атамаһы менән бер нисә сығанаҡ ҡоя: мәҫәлән, Кесе Ҡыл, Ҡара Ҡыл [5]. Һыуһаҡлағыстан Оло Һатҡы йылғаһы ағып сыға. Һатҡы йылғаһы башынан һәм быуанан (плотина) йыраҡ түгел ҙур булмаған Йөрәккүл ҡасабаһы урынлашҡан. Бынан Һатҡы ҡалаһына автобус йөрөй.
Элек был урында һаҙлыҡ уратып алған батҡыл булған, әммә күп кенә сығанаҡтарҙа ул Йөрәккүл күле тип теркәлеп ҡалған[6]. Хәҙерге һыуһаҡлағыс Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Оло Һатҡы һуң йылғаһы башында быуа яһап төҙөлгән[7].
Күл ылыҫлы урманлы матур тау һырттары менән уратып алынған. Белгестәр күл тирәһен Силәбе өлкәһе территорияһында экологик яҡтан иң таҙа тип иҫәпләй[4].
Иҫтәлекле урындары
Күл эргәһендә гигантский геоглиф табылған[8]. Шулай уҡ кварциттан яһалған яҡынса ҡырҡлап таш эш ҡоралдары табылған. Ташты юныу техникаһы буйынса таш ҡоралдарҙы неолит һәм энеолит осоро менән билдәләргә була (беҙҙең эраға тиклемге VI−III мең йыллыҡ). Тикшеренеүселәр шулай ҙа баҡыр-таш быуат осорона ауыша (беҙҙең эраға тиклемге IV−III мең йыллыҡ)[9].
2012 гйылдың ҡышына тиклем Йөрәккүл ярында йәнә бер ҡыҙыҡлы урын — Китова пристане була, уны хатта «Урал Диснейленды» тип атап йөрөткән булғандар. Әммә 2012 йылдың көҙөндә суд уны алып ташлау тураһында ҡарар сығарған[10].
Этимологияһы
Башҡорт телендәге «йөрәк» һәм «күл» һүҙҙәренән яһалған[6].
Рәсәй энциклопедист ғалимы Петер Паллас былай тип яҙған булған:
«В углу меж ими находится посредственная гора Сатка-Тау, которая кажется есть отделенная часть большой и пространной вверх по Большой Сатке к югу лежащей горы Юрак-Тау… Юрак-Тау значит сердце-гора, и, кажется, она получила своё название по причине возвысившейся тупой верхушки, которая совсем гола и камениста. На сей горе лежит достопамятное озеро Юрак-Куль, в которое многие впадают ручьи и из которого проистекает Большая Сатка»[6].
Ваҡыт уҙыу менән рус. Юрак-Куль Зюрак-Куль тип яҙыла башлаған, унан инде рус. Зюраткуль рәүешенә ингән[6]
Галерея
Шулай уҡ ҡара
Һылтанмалар
- Озеро Зюраткуль - фотографии . Архивировано 16 февраль 2012 года.
- Зюраткуль, озеро (Саткинский район) . Сайт Челябинской области Chelindustry.ru. Дата обращения: 13 март 2011. Архивировано 16 февраль 2012 года. 2011 йыл 11 апрель архивланған.
- Озеро Зюраткуль. Справочная статья на сайте «Весь Южный Урал»
Иҫкәрмәләр
- Карта бите N-40-XII Златоуст. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1980 г.
- «Зюрат-Куль» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- / Зюраткуль
- Озеро Зюраткуль | НАШ УРАЛ . nashural.ru. Дата обращения: 4 август 2016. 2016 йыл 1 август архивланған.
- Озеро Зюраткуль - самое высокогорное на Урале
- Энциклопедия «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» (топонимика Челябинской области) Зюрат-Куль . Дата обращения: 12 октябрь 2011. Архивировано из оригинала 22 октябрь 2012 года. 2012 йыл 22 октябрь архивланған.
- О Парке/природа/Озеро Зюраткуль . Дата обращения: 22 август 2017. Архивировано из оригинала 16 август 2017 года. 2017 йыл 16 август архивланған.
- Mysterious Elk-Shaped Structure Discovered in Russia
- На Урале найден древний гигантский геоглиф . Дата обращения: 12 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 15 октябрь 2012 года. 2012 йыл 15 октябрь архивланған.
- Путешествия по России 35 самых красивых мест, которые должен увидеть каждый . Российское фото. Дата обращения: 2 август 2016.
Сығанаҡтар
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 437-се бит/ Йөрәк