Йәнле тәбиғәт билдәләре

Йәнле тәбиғәт билдәләре, йәғни критерийҙары— йәнле тәбиғәтте йәнһеҙ тәбиғәттән айырып тороусы төп билдәләр.

«Тереклек» төшөнсәһен билдәләү

Тере есемдәр тере булмағандарынан нимә менән айырыла һуң? Был һорау аҡыл эйәләренең һәм ғалимдарҙың иғтибарын күп ваҡыттарҙан бирле үҙенә йәлеп иткән. «Тереклек», «тере есем» төшөнсәләренә ҡыҫҡаса билдәләмәләр бирер өсөн, улар был төшөнсәләрҙең иң мөһим, үҙҙәренә генә хас асылын белергә тырышҡандар.

Тереклек билдәләмәһенең йөҙҙән ашыу төрө билдәле. Уларҙың береһе лә тиерлек ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ф. Энгельс үҙенең «Анти-Дюринг» тигән китабында тереклеккә ярайһы уҡ дөрөҫ билдәләмә биргән: «Тереклек — ул аҡһымлы еҫемдәрҙең йәшәү ысулы, ә йәшәү ысулы — үҙенең асылында был есемдәрҙе тәшкил итеүсе химик составлы өлөштәрҙең өҙлөкһөҙ яңырып тороуы».

Ф. Энгельс билдәләмәһе ике өлөштән тора. Беренсе өлөштә ул тере есемдәрҙе айырып тороусы үҙенсәлеккә — уларҙың составында аҡһым булыуға күрһәтә. Ысынлап та, аҡһым — тере системаның — иң ябайҙарынан алып иң ҡатмарлыларына һәм юғары төҙөлөшлөләренә тиклем бөтәһенең дә төп һәм даими состав өлөшө.

«Тереклек булған һәр ерҙә, — тигән Ф. Энгельс, — беҙ уның ниндәйҙер бер аҡһымлы есем менән бәйле икәнен табабыҙ, һәм тарҡалыу бармаған ниндәй ҙә булһа аҡһымлы есемде осратҡан бер урында беҙ, һис шикһеҙ, тереклек күренешен осратабыҙ».

Аҡһымдар — еңел үҙгәреүсән структуралы матдәләр. Тереклек өсөн аҡһымдың теләһә ниндәй рәүештәгеһе түгел, ә биологик яҡтан актив һәм үҙенең ҡабатланмаҫ структураһын һаҡлаған булыуы зарур. Организм үлгәндә йәки күҙәнәктәр йәрәхәтләнгәндә, аҡһым макромолекулалары тағатыла һәм натураль булмаған хәлгә күсә.

Тәбиғи конфигурацияһын юғалтҡан аҡһымдар шунда уҡ сығарып ташланыла һәм яңы синтезланғандары менән алмаштырыла. Шулай итеп, тереклек процесында күҙәнәктең аҡһым составы өҙлөкһөҙ яңырып тора.

Ф. Энгельс үҙенең билдәләмәһенең икенсе өлөшөндә аҡһымдарҙың йәшәү ысулы тураһында һөйләй. Был ысул — матдәләр алмашыныу. Уның ярҙамында аҡһымдарҙың тәбиғи конфигурацияһы һаҡлана һәм уларҙың өҙлөкһөҙ яңырып тороуы тәьмин ителә.

«Анти-Дюринг» китабының донъяға сығыуына йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Был арауыҡта күпме яңы асыштар яһалған. Ошоға бәйле рәүештә, күп ғалимдар тере есем характеристикаһын киңәйтеү һәм тулыландырыу маҡсатҡа ярашлы тип таба.

  • Мәҫәлән, тере есемдәр — асыҡ система, йәғни улар тик аҙыҡ рәүешендә энергия инеп торғанда ғына, ә ҡалдыҡтар тирә-яҡ мөхиткә сығарып ташланғанда ғына йәшәй, тип иҫәпләнелә.
  • Тере есемдәр үҙенән-үҙе көйләнеүгә һәләтле, тип билдәләнелә, йәғни үҙҙәренең үҙсәнлеген һәм составының даимилығын һаҡлауға һәләтле, аҡһымдарҙан тыш нуклеин кислоталары уларҙың мөһим һәм даими состав өлөшөн тәшкил итә.

Тере есемдең хәҙерге заман билдәләмәләренең береһе совет ғалимы М. В. Волькенштейн тарафынан тәҡдим ителгән: «Ерҙә йәшәүсе тере есемдәр биополимерҙарҙан — аҡһым һәм нуклеин кислоталарынан төҙөлгән үҙенән-үҙе көйләнеүсе һәм үҙенән-үҙе тулыланып тороусы асыҡ системаны тәшкил итә».

Камил билдәләмә биреү мөмкинлеге булмауҙан, йәнле тәбиғәтте йәнһеҙ тәбиғәттән айырып тороусы критерийҙарға мөрәжәғәт итәләр.

Йәнле тәбиғәт криьерийҙары

  • Химик составының үҙенсәлектәре. Йәнле тәбиғәттең химик составында 98%-ты дүрт химик элементҡа: H,C,O,N тура килә. Был элементтар тере организмдарҙың тереклек эшмәкәрлеге продукттары — органик матдәләрҙең төп өлөшө булып тора. Шуға уларҙы органоген элементтар тип атайҙар.
  • Берҙәм төҙөлөш принцибы. Тере организмдар барыһы ла күҙәнәк төҙөлөшлө һәм ул күҙәнәктәрҙең төҙөлөшө, тереклек үҙсәнлектәре оҡшаш. Күҙәнәк — организмдарҙың элементар төҙөлөш һәм тереклек берәмеге.
  • Метоболизм. Тере организмдарҙың барыһына ла тирә-яҡ мөхит менән матдәләр һәм энергия алмашыныуы хас.
  • Үрсеү (репродукция). Тере организмдар барыһы ла үҙҙәрәнең төрөнә хас заттарҙың һанын арттырыға, нәҫелен ҡалдырырға һәләтле.
  • Үҫеү һәм үҫешкә һәләтлек. Һәр тере зат үҫеү барышында сифат яғынан үҙгәрә, йәғни индивидуаль (онтогенез) үҫешкә һәләтле.
  • Эволюцияға (филогенез), йәғни тарихи үҫешкә һәләтлек.
  • Ҡуҙғыусанлыҡ.Тере организмдарҙың мөхиттең төрлө тәьҫирҙәренә тейешле(адекват) яуап бирә алыу һәләтлеге.
  • Үҙкөйләнешкә һәләтлек. һәр күҙәнәк, организмдың мөхиттәге үҙгәрештәргә бирешмәй эске мөхите составын, үҙсәнлектәрен даимилектә (гомеостаз) һаҡлай алыу һәләтлеге.
  • Дискретлыҡ. Йәнле тәбиғәт төҙөлөшөндәге билдәле бер тәртип: айырым организм йәки биологик система айырым, ләкин үҙ-ара бәйле өлөштәрҙән тора.
  • Нәҫеллек һәм үҙгәреүсәнлек. Һәр тере зат үҙенең төҙөлөш һәм тереклек үҙсәнлектәрен нәҫеленә тапшырырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта, нәҫеле ата-инәһенән айырыла.
  • Биоритм. Тәбиғәттәге ритмлы күренештәргә яуап бирә алыу һәләтлеге.
  • Энергия бәйлелеге. Йәнле тәбиғәт— асыҡ система. Мөхиттән даими рәүештә энергия инеп тороуына мохтаждар.
  • Ҡатмарлы төҙөлөш кимәле. Йәнле тәбиғәт төҙөлөшөндәге иерархия.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  1. Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
  2. Под редакцией академика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
  3. Н. А., Камлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил (Домашний репетитор)
  4. Дөйөм биология. Урта мәктәптең 10 — 11 синыфтары өсөн дәреслек / Ю. И. Полянский, А. Д. Браун, Н. М. Верзилин һ. б.; Ю. И. Полянский редакцияһында. — 20-се баҫманан тәржемә. Башҡортса 3-сө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2000. — һүрәттәре менән 292 бит.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.