Йәзидиҙәр
Йәзидиҙәр (рус. Язидиты) — хәрижиҙәрҙең иң сикке фирҡәһе.
Тарихы
Нигеҙ һалыусыһы — Йәзид ибн Ғәнис Әл-Хәрижи. Йәзид ибн Ғәнис хаҡ юлда тип юл башындағы мөхәккимиҙәрҙең әзрәҡиҙәргә тиклемен (ибәдиҙәрҙән башҡа) генә таный[1].
Үҙенсәлектәре
Ислам дине белгестәре был сектаны исламдан сыҡҡан тип иҫәпләй, сөнки йәзидиҙәр, уларҙың сектаһына нигеҙ һалыусы артынса, Аллаһ пәйғәмбәрҙе фарсыларға ебәрәсәк һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр шәриғәтен ғәмәлдән сығарасаҡ тип белдерә.
Яңы пәйғәмбәргә, имеш, үәхи аша Изге Китап биреләсәк, ул диндә сәбиҙәр юлына баҫасаҡ [2].
Иҫкәрмәләр
- Мамиргов М. З. Ибадиты 2015 йыл 17 февраль архивланған. / Книга исламских сект и вероучений, М., 2007 г.
- Али-заде, 2007
Һылтанмалар
- Али-заде, А. А. Йазидиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.