Иҫке Әлмәт (Мөслим районы)
Иҫке Әлмәт (Әлмәт) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы. Әмәкәй ауыл советы составына керә.
Ауыл | |
Иҫке Әлмәт татар. Иске Әлмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Әмәкәй |
Координаталар |
55°22′ с. ш. 53°47′ в. д. |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Әлмәт |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423985 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
|
География
Ауыл Ҡәлмиә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
Әлмәт — Бүләр улусы башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына. Бүләр улусы һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә. 1870 йылда ауылда ике һыу тирмәне, мәсет һәм мәктәп теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — Мөслим районы составында була[4].
Халҡы
1795 йылда ауылда 16 ихатала 107 башҡорт, 1816 йылда — 22 йортта 90 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 2 йорт хужаһы), 1848 йылда 28 йортта 159 башҡорт; 1859 йылда 236 башҡорт иҫәпләнгән. 1870 йылда 45 ихатала — 270 башҡорт, 1905 йылда 95 йортта 519 кеше, 1912 йылда 123 ихатала — 634 башҡорт йәшәй[5].
1870 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002[4] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
270 | 519 | 628 | 644 | 396 | 554 | 415 | 371 | 411 | 315 | 159 | 107 |
- Н/Д[6]
Билдәле шәхестәре
- Ниғмәтулла Яҡупов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. Рус-прусс-француз һуғышында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Әлишев Хәлил Фәйзрахман улы — башҡорт милли-хәрәкәте эшмәкәре.
Иҫкәрмәләр
- Старое Альметьево (Муслюмовский район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- Старое Альметьево (Муслюмовский район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- Старое Альметьево (Муслюмовский район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- Татарская энциклопедия.
- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 498—500. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- Староальметьево (Муслюмовский район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник