Иҫке Ҡуян

Иҫке Ҡуян (рус. Старокуяново) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡуян ауылы Баҡалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[2]. Почта индексы — 452651, ОКАТО коды — 80207807006.

Ауыл
Старокуяново
башҡ. Иҫке Ҡуян
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Ауыл биләмәһе

Баҡалы ауыл Советы

Координаталар

55°06′46″ с. ш. 53°50′46″ в. д.

Халҡы

379[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452651

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 807 006

ОКТМО коды

80 607 407 111

ГКГН номеры

0523041

Старокуяново (Рәсәй)
Старокуяново
Старокуяново
Иҫке Ҡуян (Башҡортостан Республикаһы)
Старокуяново

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 85 км

Иҫке Ҡуян ауылы Сөн йылғаһы бассейнына ингән Маты ҡушылдығы Ходъяр йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 7 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Иҫке Ҡуян ауылына Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1786 йылда нигеҙ һалғандар һәм уның атамаһы Ҡуян булған.

1802 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡуян ауылында типтәр ҡатламына ҡараған халыҡ индерелгән.

XIX быуаттың 1-се яртыһында Яңы Ҡуян утары (хәҙерге Ҡамышлытамаҡ) бүленеп сыҡандан һуң, был ауыл хәҙерге — Иҫке Ҡуян — исеме менән йөрөтөлә башлаған.

1865 йылда 45 хужалыҡта 276 кеше йәшәгән.

Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

1906 йылда ла шулай уҡ мәсет, бакалея кибете теркәлгән[4].

Халыҡ һаны

Иҫке Ҡуян ауылына ҡырғыҙ башҡорттары тоҡомдары йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906591
1920 йыл 26 август806
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1047
1959 йыл 15 ғинуар642
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар490
2002 йыл 9 октябрь430
2010 йыл 14 октябрь37918419548,551,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл

Иҫке Ҡуян ауылы — «Ҡуян» ЯСЙ-енең үҙәк усадьбаһы. Ауылда шулай уҡ төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Түбәнге урам (рус.  Нижняя (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
[7]

.

Тирә-яҡ мөхит

Йылғалары:

  • Болондо, Ходъяр

Хәтер

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр


This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.