Иҫке Ҡара Айғыр

Иҫке Ҡара Айғыр, Иҫке Карайгер (рус. Старый Карайгер) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Иҫке Ҡара Айғыр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Почта индексы 462230

Географияһы

Ауыл Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 11 километр алыҫлыҡта көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Элек ауыл Советы үҙәге булған Краснознаменка менән араһы 13 км[2]..

Климаты

Уртаса-континенталь климатлы. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, бер үк ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы ярайһы тотороҡло, уның уртаса 150 көн дауамында ята[3].

Тарихы

Ауылға XIX быуаттың һуңғы өслөгөндә нигеҙ һалынған. Бында Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенән күсеп килгәндәр тип уйларға нигеҙ бар. 1901 йылғы исемлектә Ҡара Айғыр утары (хутор Кара-Айгырский) тип теркәлгән.

1924 йылдамы бәлки 1925-тәлер утарҙан айырылып сығып Һаҡмар буйынан 5 километрға өҫтәрәк яңы тораҡ пункт булдыралар. Шул арҡала яңы тораманы Яңы Карайгер (хәҙер Ҡара Айғыр — Карайгер), ә элеккеһен Иҫке Карайгер тип исемләп йөрөтә башлайҙар[2]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Краснознаменка ауыл Советы составында булған, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округына ингән.

Этимологияһы

Күсеп килеүселәр йәшәр урынды Ҡара Айғыр тигән йырынты янында һайлағандар һәм ауылға ла шул исемде биргәндәр. Йырынты атамаһы иһә башҡорт телендәге ҡара һәм айғыр һүҙҙәренән хасил булған тип бәйән итә Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында[4]

Халҡы

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 11 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 73 %) , 2010 йылда — 6[5].

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. file:///D:/Doc’s/Downloads/kuvandikskiy_kray_v_geograf_nazv%20(1).pdf Стрельников С. М. Географические названия Кувандыкского района
  5. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Әҙәбиәт

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.