Иҫке Сәйет (Татарстан)

Иҫке Сәйет[2] (татар. Иске Сәет, рус. Старое Саитово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Иҫке Сәйет
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Исансуповское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423988

География

Ауыл Сикия йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ йәнәй ырыуы вәкилдәре төпләнә. 1735 йылдан билдәле[2]. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй административ-территориаль улусы составына керә[4].

1870 йылда ауылда мәсет һәм мәктәп теркәлгән[3].

XIX быуаттың 2-се яртыһында ауыл кешеләре Яңы Сәйет ауылына нигеҙ һала[4].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

Халҡы

1816 йылда ауылда 199 башҡорт; 1834 йылда — 152 аҫаба башҡорт, 132 керҙәш башҡорт һәм 46 типтәр; 1870 йылда — 700 башҡорт; 1902 йылда — 912 аҫаба башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3][2])
1795183418591870189719131920192619381949195819701979198920022008
1793166057008876386883584662982622562281329390

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Сәйет (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Татарская энциклопедия.
  4. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 538-541. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.