Иҫке Балтас ауыл Советы (Балтас районы)
Иҫке Балтас ауыл Советы — Башҡортостан Республикаһы Балтас районындағы муниципаль берәмек.
Иҫке Балтас ауыл Советы | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәк | Иҫке Балтас[1] |
Административ-территориаль берәмек | Балтаc районы |
Халыҡ һаны | 7045 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Ил | |
---|---|
Статус |
Ауыл биләмәләре |
Урынлашҡан урыны | |
Административ үҙәк | |
Рәсми тел |
башҡорт, рус |
Халҡы (2015) |
↗6866[3] |
Милли состав |
башҡорттар, марийҙар |
Конфессиональ состав |
мосолман-сөнниҙәр, православие динендәгеләр |
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) |
Телефон коды | 34753 |
Почта индексы |
452980 |
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 |
Тарихы
1989 йылда Иҫке Балтас ауыл Советынан өс тораҡ пункттан торған Ҡомъяҙы ауыл Советы бүленеп сыҡҡан. Башҡортостан АССР-ы Юғары Советының 1989 йылдың 27 сентябрендәге «Балтас районында Ҡомъяҙы ауыл Советын булдырыу тураһында» тигән 6-2/329 һанлы Указында былай тип яҙылған:
1.Балтас районында административ үҙәге Ҡомъяҙы ауылында булған Ҡомъяҙы ауыл Советын булдырырға.
2.Ҡомъяҙы, Иҫке Илекәй, Туҡтай ауылдарын, Иҫке Балтас ауыл Советынан сығарып, Ҡомъяҙы ауыл Советы составына индерергә.
3.Тәҡдим ителгән схематик картаға ярашлы, Ҡомъяҙы ауыл Советы сиктәрен урынлаштырырға.
«Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы 2005 йылдың 20 июлендәге 211-з, 2006 йылдың 21 июнендәге 329-з, шул уҡ йылдың 29 декабрендәге 404-з һанлы закондарына ярашлы ауыл биләмәһе[4]статусына эйә.
2008 йылда шул уҡ Ҡомъяҙы ауыл Советы, үҙ составына индерелгән өс тораҡ пункты менән, Иҫке Балтас ауыл Советына кире ҡайтарылды.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге «Башҡортостан Республикаһында айырым ауыл Советтарын һәм тораҡ пункттарын ҡушыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон үҙгәртеү тураһында», 1-се ст., 8-се п.) а) 49-з һанлы Законында былай тип яҙылған [5]:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:
Административ үҙәген Иҫке Балтаста ҡалдырып, «Иҫке Балтас» исемен һаҡлап, Иҫке Балтас һәм Ҡомъяҙы ауыл Советтарын берләштерергә.Ҡомъяҙы ауыл Советының Ҡомъяҙы, Иҫке Илекәй, Туҡтай ауылдарын Иҫке Балтас ауыл советы составына индерергә.
Ҡомъяҙы ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәре исемлегенән төшөрөргә
Тәҡдим ителгән схематик картаға ярашлы, Иҫке Балтас ауыл Советы сиктәрен раҫларға.
Халҡы
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[7] | 2012[8] | 2013[9] | 2014[10] | 2015[3] |
7073 | ↗7716 | ↘6942 | ↘6852 | ↘6804 | ↘6732 | ↗6866 |
Ауыл биләмәһе составы
№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункт тибы | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Иҫке Балтас | ауыл, административ үҙәк | ↘5598[7] |
2 | Ҡомъяҙы | ауыл | ↘532[7] |
3 | Иҫке Яҡшый | ауыл | ↘528[7] |
4 | Иҫке Илекәй | ауыл | ↘169[7] |
5 | Туҡтай | ауыл | ↘115[7] |
Иҫкәрмә
- ОКТМО (урыҫ)
- 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
- Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.