Иғмәт

Иғмәт (рус. Игметово) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 296 кеше[3]. Почта индексы — 452282, ОКАТО коды — 80230826001.

Иғмәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 296 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452282

Тарихы

Ауыл Наҙы йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Уң яҡ ярындағы ерҙәр Йәлдәк улусына ҡараған Маншыр ауылының аҫаба башҡорттарының ерҙәре, ә һул яҡ ярҙағыһы Йылан улусы башҡорттарының ерҙәре була. Халҡы — сығыштары буйынса башҡорт ырыуынан булған татарҙарҙан хасил булған типтәрҙәр. Улар 1697, 1718 һәм 1772 йылдарҙағы килешеү нигеҙендә, шулай уҡ Башҡорт комиссияһының 1738 йылдағы Указына ярашлы Йылан улусы башҡорттары тарафынан был ерҙәргә индерелә. Атап үтелгән йылдарҙа Йәлдәк ырыуы башҡорттарының тағы ла күпмелер типтәрҙәрҙәрҙе үҙ ерҙәренә индереүе ихтимал[4].

1762 йылда 138 кеше, 1795 йылда - 142, 1816 йылда - 200, 1834 йылда - 399, 1870 йылда - 505, 1920 йылда 1242 кешенең йәшәүе халыҡ иҫәбен алыу документтарында теркәлә[4].

Ауыл, кантон идаралыҡтарында эшләүгә күскән башҡорттар башҡорт ырыуынан булған яһаҡ татарҙары тип аталып йөрөтөлә, әммә улар үҙҙәрен типтәрҙәр тип таный. Шуға ла 1920 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу документтарында улар "башҡорт ырыуына ҡараған" типтәрҙәр булараҡ теркәлә[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар83337445944,955,1
1959 йыл 15 ғинуар64525539039,560,5
1970 йыл 15 ғинуар62729033746,357,3
1979 йыл 17 ғинуар50022028044,056,0
1989 йыл 12 ғинуар37816721144,255,8
2002 йыл 9 октябрь34017316750,949,1
2010 йыл 14 октябрь29614015647,352,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Билдәле шәхестәр

кавалеры[5].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.