Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы

Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (5 июнь 1893 йыл1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, штабс-капитан. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы
Файл:Ишмурзин.jpg
Тыуған ваҡыты

5 июнь 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Кинйәбулат ауылы

Үлгән ваҡыты

1937({{padleft:1937|4|0}})

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19141918
Башҡортостан автономияһы 19181919

Хәрби звание

Башҡорт ғәскәренең штабс-капитаны

Командалыҡ итеү

Башҡорт ғәскәренең 1-се Башҡорт уҡсылар полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Биографияһы

Сөләймән Ғәләүетдин улы Ишмырҙин 1893 йылдың 5 июнендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында тыуған.

1913 йылда Ҡазан уҡытыусылар мәктәбен тамамлай.

1914—1918 йылдарҙа батша армияһында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен 1914 йылдың октябрендә, ул ваҡытта Һамарҙа торған 28-се сапёр батальоны составында башлай. 1915 йылдың 31 мартынан 1917 йылдың ғинуарына тиклем, көньяҡ-көнбайыш фронтта булып, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша[1]. 1917 йылда поручик дәрәжәһе ала.

1917 йылдың ғинуарында пехота прапорщиктәре әҙерләүсе 1-се Житомир мәктәбенә ебәрелә һәм шул йылда тамамлай. 1917 йылдың 15 июнендә запастағы 283-сө пехота полкының 3-сө ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә. Бынан тыш полк суды рәйесе бурысын башҡара.[1]

1918 йылдың апрелендә подпоручик дәрәжәһендә демобилизациялана һәм шул уҡ айҙа, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ өйәҙенең революцион трибуналы ағзаһы итеп һайлана.

1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә, 1918 йылда штабс-капитан дәрәжәһенә үрләтелә.

1918 йылдың авгусынан Башҡорт армияһының 1-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры һәм Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы итеп һайлана.

1919 йылдың апреленән Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1-се уҡсылар полкы командиры итеп ҡуйыла. РКП (б) сафына инә (1921 йылда — сығарыла).

1919 йылдың июненән РККА дивизияһы составында Көньяҡ фронтта генерал-лейтенант А. И. Деникин етәкселек иткән аҡ армияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.

1919 йылдың июленән Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы территорияһында кантон революцион комитеттәр ойоштороу эшендә ҡатнаша .

Башҡорт Хөкүмәте ағзалары. Сөләймән Ишмырҙин — ултырыусылар араһында уңдан 2-се

1919 йылдың октябренән Башревком ҡарамағында аҙыҡ-түлек эше буйынса халыҡ комиссары.

1920 йылдан Үҫәргән кантоны революцион комитетының рәйесе, ә аҙаҡ — Табын кантоны ревкомы рәйесе була. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты Президиумы составына инә (1922 йылда — сығарыла). Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы коллегияһы ағзаһы була.

1921 йылда автономиялы республиканың Революцион трибуналы 15 йылға иркенән мәхрүм итергә хөкөм итә, ләкин тиҙҙән хөкөм ҡарары юҡҡа сығарыла. Сәбәбе булып Мәскәүҙең Ишмырҙиндың Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте буйынса көрәштәштәре үтенесен ҡәнәғәтләндереүе тора.

1926 йылға тиклем Өфөлә В. И. Ленин исемендәге Өлкә тәжрибә мәктәбенең хужалыҡ эштәре менән идара итә. Аҙаҡ Башҡорт АССР-ы халыҡ мәғарифы халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Башглавполитпросвет бүлеге мөдире булып эшләй.

1932 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй, «Союззолото» берекмәһе хеҙмәткәре була.

1937 йылда репрессиялана.

Ғаиләһе

Ир туғандары:
Ишбулды (1887—?), кулак тип һөрөлә.
Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (1890—1923), Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте ҡатнашсыһы, штабс-ротмистр, Башревком ағзаһы.
Йосоп (1896—?), репрессиялана: 1937 йылда ҡулға алына һәм 10 йылға иркенән мәхрүм ителә.
Яҡуп (1902—1964), РККА сафында хеҙмәт итә, бригада замполиты була. 1947 йылдан Ташкент өлкәһендә йәшәй, ә 1960 йылдан — Ташкентта. 1964 йылда Ташкентта ауырыуҙан вафат була.

Иҫкәрмәләр

  1. Амантаев Ирек О героях былых времён... (русский) // Панорама Башкортостана : журнал. — 2014. — № 3. — С. 56-61.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.