Ихлас (мәсет)

«Ихлас» мәсете — Өфө ҡалаһындағы мосолман дини ойошмаһы (Башҡортостан Республикаһы).

Мәсет
Ихлас
Ихлас
ИлРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
ҠалаӨфө
Төҙөлөш19972001 йылдар
Төп даталары:
2001мәсеттең асылыуы

2001

Тарихы

«Ихлас» мәсете 1997 йылда Өфө ҡалаһы Киров районының мосолман дини ойошмаһына элекке «Луч» кинотеатры бинаһы тапшырылғандан һуң булдырылған. Бина үҙгәртеп төҙөлә һәм 2001 йылдың 6 июлендә мәсет тантаналы рәүештә асыла. Мәсетте асыуҙа имам-хатип Ғәлләмов Мөхәммәт Мостафа улының индерелгән өлөшө ифрат ҙур.

Хәҙерге ваҡытта мәсеттең төп бинаһында реконструкция эштәре алып барыла, 40 метрлыҡ ике манара төҙөлә. 6 мең китаплыҡ мосолман китапханаһы асылыуға әҙерләнә.

2004 йылдан алып «Ихлас» нәшриәте эшләй, бында бер нисә тиҫтә дини брошюралар һәм китаптар нәшер ителгән. 2009 йылдан алып «Ихлас» мәсете янында «Илаһилар» ижади төркөмө эшләй, уның ҡатнашыусылары дини мөнәжәттәр, башҡорт һәм татар йырҙарын башҡаралар.

Мәсеттең бөгөнгө көнө

Хәҙерге көндә мәсет Алмалыҡ тораҡ районының 1-се һәм 2-се микрорайондары эргәһендә 4 бинанан торған комплекстан ғибәрәт. Төп бинаның түр ишеге алдында ярым ай формаһында Ислам диненә монумент ҡуйылған.

«Ихлас» берләшмәһендә үҙҙәренең нәшриәте, телестудияһы бар. Мәсет янында мәктәп һәм Ислам нигеҙҙәре, Ҡөрьән уҡыу, ғәрәп графикаһы курстары эшләй. Бында балалар һәм оло йәштәгеләр ҙә шөғөлләнә.

2012 йылдың 19 авгусынан алып мәсет сайтында даими тура ғибәҙәттәр онлайн-трансляцияһы ойошторола.

«Ихлас» мәсете рухи ғына түгел, мәҙәни үҙәк булып та тора. Мәсеттә даими рәүештә ғибәҙәттәр үткәрелә, рәсәй һәм сит ил дини эшмәкәрҙәрҙең һәм Ислам дине буйынса белгестәрҙең, мәҙәниәт, сәнғәт һәм фән вәкилдәренең сығыштары йыш ойошторола. «Ихлас» мәсете йыл һайын Сәғүд Ғәрәбстанына хаждар ойоштора.

Мәсет адресы

450103, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Сочи урамы, 43 -сө йорт.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.