Иснәд
Иснәд (ғәр. إسناد; рус. Иснад) — хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме — Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәре йыйынтыҡтарында хикәйәләүселәргә һылтанмалар йыйылмаһы. Иснәд мосолман уҡытыу системаһының мөһим үҙенсәлеге булып тора. Быуаттар дауамында мосолмандар иснәд принцибын остаздан уҡыусыға белем тапшырғанда файҙаланған.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Этимологияһы
Ғәрәп телендә иснәд һүҙе түбәндәге мәғәнәләрҙә ҡулланыла:
- Әйтелгәндең кем һүҙе икәнен белдереү;
- Берәй нәмәгә таянып, уны терәк сифатында ҡулланыу.
Терминологияла был һүҙ түбәндәге мәғәнәләргә эйә:
- Башҡа кешегә (мәҫәлән, ауырыу кешегә) берәй нәмәгә таянырға һ. б. ярҙам итеү; берәй нәмәгә арҡа терәү;
- Суд дәғүәһенә килтерелгән нигеҙләү;
- Яраҡлаштырыу, нимәгәлер бәйле итеп күрһәтеү;
- Хәҙис тексына барып тоташҡан юл[1].
Суфыйлыҡта суфый шәйехенең абруйы күп осраҡта уның ышаныслы иснәде булыуына бәйле (силсилә), шуға күрә иснәд ҙур урын тота[2].
Иҫкәрмәләр
- Маусу’ату-ль-фикхийа аль-Кувейтийа = Кувейтская энциклопедия фикха.
- Гогоберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. Ростов-на-Дону, 2009, с. 105—106.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.