Исмәғилев Сафа Исмәғил улы

Исмәғилев Сафа Исмәғил улы (октябрь 1906 йыл — ? 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының эскадрон командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942)[1].

Исмәғилев Сафа Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Ҡаҙанғол, Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 1981
Хәрби звание Сержант һәм командир[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

Сафа Исмәғил улы Исмәғилев 1906 йылдың октябрь айында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Ҡаҙанғол ауылында тыуған.
1941 йылдың 3 декабрендә Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында миномёт расчёты командиры булып хеҙмәт итә[1]

Батырлығы

1942 йылдың 6 июлендә разведкала ҡатнаша, дошмандың торған урынын билдәләй, 3 фашист һалдатын юҡ итә, һуғыш яланынан яраланған лейтенантты алып сыға. 9 июлдә июлдә дошмандың 1 пулемётын, 1 орудиеһын юҡ итә. Был батырлығы өсөн Исмәғилев Сафа Исмәғил улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2]

Маҡтаулы исемдәое һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.