Ислам энциклопедияһы (төрөксә)

Ислам энциклопедияһы (төр. Türkiye Diyanet Vakfı İslam Ansiklopedisi, ҡыҫҡаса төр. TDV İslam Ansiklopedisi, йыш ҡына İslam Ansiklopedisi; рус. Исламская энциклопедия) — Төркиә Диниә Ваҡыфының (төр. Türkiye Diyanet Vakfı) күп томлы фәнни энциклопедик баҫмаһы. Төрөк телендә 1988 йылдан 2013 йылға тиклем нәшер ителә, 2016 йылда ике өҫтәмә томы була.

Ислам энциклопедияһы
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы DİA
Атамаһы Türkiye Diyanet Vakfı İslâm Ansiklopedisi
Дәүләт  Төркиә
Жанр энциклопедия
Автор Турецкий религиозный фонд[d]
Нәшер итеүсе Турецкий религиозный фонд[d]
Нәшер ителеү урыны Анкара
Әҫәрҙең теле Төрөк теле
Нәшер ителеү ваҡыты билдәһеҙ
Рәсми сайт islamansiklopedisi.org.tr
Авторлыҡ хоҡуғы статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Маска URL для поиска http://www.islamansiklopedisi.info/index.php?klme=$1
 Ислам энциклопедияһы (төрөксә) Викимилектә

Тасуирламаһы

Энциклопедияға ислам донъяһының күп өлкәләре буйынса мәҡәләләр, шул иҫәптән фән булараҡ ислам ғилеме, шулай уҡ ислам мәҙәниәте һәм цивилизацияһы тураһында терминдар, ислам донъяһының мөһим шәхестәре һәм мосолмандар тормошона йоғонто яһаған әҫәрҙәр индерелгән[1].

44 төп һәм ике өҫтәмә томдан тора, шул иҫәптән төрлө фән өлкәләрендәге 16 915 мәҡәләләне үҙ эсенә алған. Энциклопедияның бөтә мәҡәләләре уның рәсми сайтында урынлаштырылған[2].

İslâm Ansiklopedisi транслитерация системаһы көнсығыш ғилемендә ғәмәлдә төрөк-ғосман текстары транслитерацияһы өсөн стандарт булып тора[3].

Иҫкәрмәләр

  1. İslâm Ansiklopedisi (төр.). Ankara: Türkiye Diyanet Vakfı. Дата обращения: 23 август 2021. Архивировано 4 декабрь 2015 года.
  2. İslâm Ansiklopedisi (төр.). Türkiye Diyanet Vakfı. Дата обращения: 22 август 2021. Архивировано 6 ноябрь 2019 года.
  3. Buğday Korkut M. Osmanisch: Einführung in die Grundlagen der Literatursprache. — Wiesbaden: Harrassowitz Verlag, 1999. — S. 2. — 311 S. — ISBN 3447041544.

Һылтанмалар

  • İslâm Ansiklopedisi (төр.). Türkiye Diyanet Vakfı. Дата обращения: 22 август 2021.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.