Исем (һүҙ төркөмө)
Исем (урыҫ имя существительное) — төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамаларын (кеше, әйбер, үҫемлек, хайуан, тәбиғәт күренештәре һ.б.) белдергән үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ул кем, нимә, ни, кемдәр, нимәләр һорауҙарына яуап бирә. Мәҫәлән: Ҡар яуа (нимә яуа? ҡар. Ҡар -исем). Бала йоҡлай (кем йоҡлай? бала. Бала — исем).
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Яңғыҙлыҡ исемдәргә кешеләргә ҡушылған исем, фамилиялар, ҡушаматтар, хайуан, китап-журнал исемдәре, географик атамалар инә. Улар баш хәреф менән яҙыла.
Ҡалған исемдәр уртаҡлыҡ исемдәргә керә. Улар, әгәр һөйләм башында килмәһә, бәләкәй хәреф менән яҙыла.
Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше
Исемдәр һан буйынса берлектә һәм күплектә торалар.
Исемдәрҙең эйәлек заты
Исемдәрҙең эйәлек заты теге йәки был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата. Миҫалдар: туғаным, минең туғаным, балаларыбыҙ, һинең олатайың, уның күлдәге, ағайымдың машинаһы, был ҡәләм һеңлемдеке һ.б.
Эйәлек заты ишетелгәнсә яҙыла.
Иҫкәрмә:
- Тороу-ым, тороу-ың, тороу-ы; көлөү-ебеҙ, көлөү-егеҙ, көлөү-е.
- Ирек- ирк-ем, ирк-ең, ирк-е.
- Поезд- поез-ым, поез-ығыҙ, автомобиль- автомобил-ең, автомобил-дәре.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше
Башҡорт теле грамматикаһында алты килеш бар.
Килештәр | Килеш һорауҙары | |||||
Төп килеш | Кем? Нимә? | |||||
Эйәлек килеш | Кемдең?Нимәнең? | |||||
Төбәү килеш | Кемгә? Нимәгә? Нигә? Ҡайҙа? | |||||
Төшөм килеш | Кемде? Нимәне? Ниҙе? | |||||
Урын-ваҡыт килеш | Кемдә?Нимәлә? Ниҙә? Ҡасан? | |||||
Сығанаҡ килеш | Кемдән? Нимәнән? Ниҙән? Ҡайҙан? |
Исемдәрҙең хәбәрлек заты
Башҡорт телендә исемдәр хәбәр булып та килә. Һөйләмдең хәбәре функцияһын үтәгән исемдәр ҡылымдарҙың зат ялғауҙарын ҡабул итеүе лә, итмәүе лә мөмкин. Мин 5-се класс уҡыусыһымын
- Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
- Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
Әҙәбиәт
- Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
- Толомбаев Х. А., Солтанбаева Х. В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
- В. Ш. Псәнчин, Ю. В. Псәнчин. Әсә теле. 10-11 кластар өсөн дәреслек.Өфө-2009 й ISBN 5-295-02834-8
Һылтанмалар
Махсус электрон ҡулайлама: Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше 2017 йыл 19 ноябрь архивланған.