Ирәмәл

Ирәмәл (урыҫ. Иремель) — ҙурлығы буйынса Көньяҡ Уралда урынлашҡан икенсе бейеклек, Башҡортостан Республикаһы Белорет районының төньяҡ-көнсығышында һәм Учалы районының төньяҡ-көнбайышында.

Ирәмәл
башҡ. Ирәмәл
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге1582 м
Урынлашыуы
54°32′00″ с. ш. 58°50′20″ в. д.
Страна
РФ субъектыБашҡортостан Республикаһы
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
 Ирәмәл Викимилектә

Тау үҙендә ике түбәне бәйләй:

* Оло Ирәмәл (түбәһе яҫы таулыҡ), бейеклеге 1582,3 м;

* Кесе Ирәмәл, бейеклеге 1449,4 м.

Ике түбә араһындағы биләндең киңлеге яҡынса 1 км һәм бейеклеге 1200—1250 м.

Оҙонлоғо төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа тиклем 12 км тәшкил итә, төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан — 8 км.

Тауҙың итәгендә сығанаҡ йылғалар аға Тығын (Оло Әүнәр ҡушылдығы), Иһәнәк, Оло Әүнәр, Ҡарағай (Төлөк ҡушылдығы) һәм Төлөк. Был йылғалар Әүәләк һыртында аға башлаған Ағиҙелдең ҡушылдыҡтары.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Ирәмәл тауы территорияһы, (шул иҫәптән Әүәләк һырты) тәбиғи парк тип иғлан ителде.

Галерея

Оло Ирәмәлдә ямғыр болоттары.
Оло Ирәмәлдә ямғыр болоттары.
.

Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.