Инйәр
Инйәр — йылға, Эҫемдең һул ҡушылдығы (Кама йылғаһы бассейны). Башҡортостандың Белорет һәм Архангел райондары аша аға. Башланған урыны — Белорет районы Инйәр ауылынан 1 километр төньяҡта урынлашҡан. Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылып Инйәр йылғаһын барлыҡҡа килтерәләр. Энциклопедияларҙа Оло Инйәр ҡушылдыҡ түгел, ә Инйәр йылғаһының башы тип һанала[1]
Инйәр | |
---|---|
Белорет районы Инйәрҙең Ғәбдөк ауылы янындағы күренеше | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 307 км |
Бассейн | 5 380 км² |
Һыу сығымы | 67,7 м³/с (тамағында) |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 54°14′12″ с. ш. 57°34′24″ в. д. |
· Урынлашыуы | Инйәр ҡсб |
Тамағы | Эҫем |
· Урынлашыуы | Асканыш (Иглин районы) |
· Координаталар | 54°17′25″ с. ш. 58°19′07″ в. д. |
· Координаталар | 54°30′45″ с. ш. 56°30′31″ в. д. |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200612111100019478 |
Инйәр Викимилектә |
Оҙонлоғо — 307 километр. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Аҫҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя.
Архангел, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә Эҫем йылғаһына һул яҡтан ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км 2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2булған.
Кесе Инйәр Ямантау һырттарының көнбайышындағы Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан сыға ла, эргә-тирәләге һыуҙарҙы йыя-туплай, көньяҡҡа ағып китә. Ямантауҙың иң бейек түбәһе тапҡырынн тау ашаһында Ҡомарҙаҡ итәктәрендә икенсе Инйәр аға. Ҡушылғандарына тиклем оҙонораҡ юл үткәне өсөн быныһын Оло Инйәр тип атағандар. Был ике йылға Инйәр ҡасабаһы эргәһендә ҡушыла.
Ике Инйәр ҙә оҙон тарлауыҡтар хасил итә,таулы өлөштә уларҙы суҡайышҡан ҡаялар, кәбәндәй таштар, ҡайын-ҡарағайҙар уратып алған.
Инйәрҙе Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле йылға иткән сифаттарҙың береһе — уның шаршыларға (шарлауыҡ), тупһаларға бай булыуы. Белорет районының Манышты ауылынан түбән, Инйәргә уңдан Төлмәй ҡушылған арала — иң ҙур тәүге тупһа, иң көслө тәүге шаршылаҡ. Ағым бик шәп бында, йылға ярайһы уҡ текәгә түбәнләй. Тағы ла бер ҙур шаршылыҡты үткәс, киң генә ятыуға сыға, тәрәнлеге 5—7 метрҙарға етә.
Йылғала бәрҙе, суртан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтар осрай.
Белорет районы Асы ауылы тирәһендә минераль һыу сығанаҡтары бик күп. Асынан түбәндәрәк Инйәр текә ҡаяларға барып терәлә лә ҡапыл көньяҡҡа борола, ошо урында эреле-ваҡлы мәмерйәләр осрай.
Инйәр йылғаһында ҡыуғын
Совет осоронда башҡа транспорт булмау сәбәпле,Белорет районы леспромхоздары ҡыуғынға төшә ине. Инйәр йылғаһы ла ҡыуғын өсөн файҙаланылды. Ағасты ҡыштан яр буйына өйөп ҡуялар ҙа, яҙғы ташҡында һыуға тәгәрәтеп төшөрәләр, ҡыуғынсылар һал менән оҙатып баралар. Ағас ярға яғылып ҡалмаһын өсөн махсус яйланмалар - бондар ҡуялар ине. Билдәле бер урындарҙа ағасты тотоп алып ҡала торған ҡоролмалар - запандәр эшләнә. Был топонимикала ла сағылған - Белорет районында Кәртәле Запане тигән урын бар. Инйәр йылғаһы буйлап ҡыуғын ҡыуыу Белорет-Шишмә тимер юлы сафҡа ингәс бөтөрөлә.
Ағасты һалламай ҡыуғынға ташлаған ысул уның күпләп батыуына, йылғаларҙың төбөнә йыйылыуына килтерә, юғалтыуҙар күп. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 1995 йылдың 18 октябрендә Һыу Кодексында ҡыуғындарҙы туҡтатыу тураһында статья ҡабул итеп, ил буйынса ул туҡтатыла [2][3]
Ҡушылдыҡтары
Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса ошондай ҡушылдыҡтары бар:
- 21 км: Аҫҡын йылғаһы
- 34 км:Баҫыу йылғаһы
- 66 км:Ырау йылғаһы
- 89 км: Һуҡояш йылғаһы (Сухояж)
- 95 км: Йөйәк йылғаһы
- 99 км: Һилеғорғо йылғаһы
- 106 км: Ҡуҫағаҙы йылғаһы
- 108 км: Береш йылғаһы
- 115 км: Тоҙ йылғаһы
- 126 км: Төлмәй йылғаһы
- 137 км: Кесе Инйәр йылғаһы
- 142 км: Ноҡат йылғаһы
- 149 км:Мәнәйер йылғаһы
- Рәмәште[4][5]
- 183 км: Ҡаҙмаш йылғаһы
- 199 км: Ҡалашты йылғаһы
- 208 км: Киҫкәнеште йылғаһы
- 239 км: Һүренйәк йылғаһы
- 11 км: Юша йылғаһы
Был реестрҙа күрһәтелмәгән Бирйән йылғаһы бар.
Этимологияһы
Төрки һәм монгол телдәрендәге инйәр/ингәр,- ангар тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. Ангар - `тау араһы, тарлауыҡ, үҙән` [6]
Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Рәшит Шәкүр|Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Аҫылғужа Баһуманов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
- Гүзәл Ситдиҡова. Үҙ Ҡояшым, Үҙ Айым. "Егет юлда һыналыр" бүлеге - Өфө, 2002. -187-190 биттәр
- Ринат Шәйбәков.Тау йылғаһы ярһыу аға. "Ағиҙел", 2020, 3.-26-63 биттәр
Иҫкәрмәләр
- Инзер (река в Башкирской АССР) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Транспорт леса. Учебник. т.2: «Лесосплав и судовые перевозки.» М. М. Овчиников, В. П. Полищук, Г. В. Григорьев
- "Водный кодекс Российской Федерации" от 03.06.2006 N 74-ФЗ (ред. от 29.07.2017) Статья 48. Использование водных объектов для сплава древесины
- ГОСУДАРСТВЕННЫЙ КОМИТЕТ 2014 йыл 27 май архивланған.
- Река Большой Инзер — река Малый Инзер — река Лемеза. Отчет о походе III к.с. Автор — Мельников Вадим 2017 йыл 19 декабрь архивланған.
- (Русско-башкирский словарь водных объектов РБ / Составители: Хисаметдинова Ф. Г., Шакуров Р. З. — Уфа, 2005.).
Һылтанмалар
- Инйәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.