Илашты (күл)
Илашты (Силач) — рус. Сила́ч - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең төньяғындағы күл, Снежинск ЗАТО-һының көньяғында, Вишнёвогорск ҡалаһынан көнсығышында урынлашҡан.
Илашты | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Оло Вязовка |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кәҫле районы һәм Силәбе өлкәһе |
Илашты Викимилектә |
Географияһы
Силәбегә тиклем алыҫлығы - 120 км, Екатеринбургҡа тиклем – 130, Кәҫлегә - 12 км
Географик координаттар: оҙонлоғо - 60°44′54.56″E (60.74849), киңлеге - 56°0′12.87″N (56.003576).
Илашты Силәбе өлкәһенең төньяғында урынлашҡан, ул ағар күлдәр: Илашты, Һуңкүл, Оло Кәҫле, Ирташ сылбырына инә.
Был һыу ятҡылыҡтары системаһы 20 км-ға һуҙылып киткән [1]:
Тасуирлама
Илашты күленең майҙаны 18,4[2] км². Иң тәрән урыны - 4 м, уртасаһы — 2,5 м . Боҙ ҡалынлығы 90 сантиметрға еткән ҡыштар була.
Төбө башлыса ләмле, ҡомло урындары бар, сығып торған таштары осрай.
Флораһы һәм фаунаһы
Ярын ҡатнаш урмандар ҡаплаған.
Күлдә суртан, алабуға, сабаҡ, табан, ҡарабалыҡ, опто, шырт балыҡ, шамбы, рипус тереклек итә.
Күлдең көнбайыш өлөшөндә утрау бар.
Этимологияһы
Күл атамаһының рус. Силач тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә, От видоизмененного в русском языке башкирского названия небольшой речки Илашты (по древнему тюркскому мужскому имени Илашты, распространенному в прошлом у башкир), впадающей в озеро тип яҙа [4][5].Шулай ҙа күл атамаһы башҡорт телендәге "илашыу булған урын" мәғәнәһендә ҡушылған булғандыр.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- РФ һыу реестры: Силач .
- «Илашты (күл)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- Силач 2019 йыл 28 март архивланған.
- Шувалов Н.И. Силач// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.
Сығанаҡтар
- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области</ref>