Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы
Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы (15 август 1931 йыл — 23 октябрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1959—1985 йылдарҙа Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов | ||||||
Тыуған көнө | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Әлмәкәй утары | |||||
Вафат булған көнө |
23 октябрь 2020 (89 йәш) | |||||
Гражданлығы | ||||||
Эшмәкәрлеге |
хужалыҡ эшмәкәре | |||||
Наградалары һәм премиялары |
| |||||
Биографияһы
- Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов 1931 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Мәләүез районы Әлмәкәй утарында тыуған.
- 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтытын тамамлай.
- 1957 йылдан алып Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхозында эшләй.
- 1959 йылдан башлап шул уҡ хужалыҡта рәйес.
- 1985—1998 йылдарҙа Мәләүез районы әҙерләүҙәр һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы.
С. Н. Зәйнәғәбдинов етәкселегендә В. И. Ленин исемендәге колхоз етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — гектарынан 20 центнер, көнбағыштыҡы (орлоғо) — гектарынан 14 центнер; бер һыйырҙан ураса йыллыҡ һауым — 2780 кг; дәүләткә иген һатыу — 3760 тонна; ит 260 тонна тәшкил итә.
Хеҙмәт ветераны 2020 йылдың 23 октябрендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1965)
- Ленин ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981)
Иҫкәрмәләр
- ЗАЙНАГАБДИНОВ С. Н. (1931-2020 гг.)Новости Мелеуза / Газета «Путь Октября», 23.10.2020 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2021)
Сығанаҡтар
- Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы . «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
- М. А. Агафонов. Аромат хлеба // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Социалистического Труда. — Уфа, 1973;
- Герои труда. — Уфа, 2011.
Һылтанмалар
- Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 август 2021)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.