Зырҡыуыт

Зырҡыуыт, зырҡыуат (рус. Дупель, лат. Gallinago media)— һәр ике ярымшарҙа йәшәй һәм аулана торған күсмә көйөлдө ҡош.

Зырҡыуыт
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gallinago media (Latham, 1787)

Һаҡлау статусы
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 106002989

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176704
NCBI  114734
EOL  1049586
Gallinago media

Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Күберәк ерҙән йөрөүсе оҙон суҡышлы бик һаҡ ҡош. Түбәндән генә оса. Осҡанда ҡойроҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар күренә. Дөйөм төҫө ерәнһыу көрән. Башынан ике киң ҡара һыҙыҡ үтә. һырты һәм кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры ҡара һыҙыҡтар менән ҡапланған. Суҡышының төбө йәшкелт, осо ҡара, аяҡтары һорғолт ҡыҙыл, һаралйындан сыбар ҡорһағы һәм бәләкәйерәк кәүҙәһе менән айырыла.

Тауышы

Осҡандағы тауышы: «үәт-үәт-үәт», яҙғыһын ата ҡоштар йылға сылтырауына оҡшаған тауыш сығаралар.

Йәшәү рәүеше

Еүеш болонда, аҡландарҙа йәшәй. Ямғыр селәүсене, йәш үлән, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә була. Ҡара-көрән таплы 4 бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.