Зиндиҡ
Зиндиҡ (күпл. зәнәдиҡә, ғәр. زنديق фарс. زنديک "зиндәйки»; рус. Зиндики — ирекле фекер йөрөтөүсе, вольнодум) - урта быуаттарҙағы ислам әҙәбиәтендә монотеистик булмаған диндәр тәғлимәтенә эйәреүселәрҙе аңлатҡан термин.
Зиндиҡ |
Ҡулланылышы
Зиндиҡтар атамаһы башлыса манихейҙарға һәм зороастрийсыларға ҡағыла. Ул шулай уҡ сиктән сыҡҡан шиғыйҙарға, мөғтәзилиҙәргә һәм ҡайһы бер суфыйлыҡ эйәрсендәренә һәм скептиктарға ҡарата ла ҡулланылған.
Эҙәрлекләүҙәр
Зиндиҡтар хәлифәлектә эҙәрлекләнә, зиндиҡлыҡ (берҙән-бер Аллаға ышанмау) Аллаһты хурлауға тиңләштерелә һәм үлем үлем язаһына хөкөм ителә. Әйтәйек, Бәшшәр ибн Бурд зиндиҡлыҡта ғәйепләнеп, үлем язаһына тарттырылған[1]
Иҫкәрмәләр
- Зиндик // Прозоров С. М. Ислам. Энциклопедический словарь. — 1991. — С. 78.
Әҙәбиәт
- Kramer, "Geschichte der herrschenden Ideen des Islams (Лпц. 1868).
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.