Заһитов Рәүис Хәбир улы
Заһитов Рәүис Хәбир улы (19 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт театр актёры. 1985 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984) һәм халыҡ артисы (1989).
Заһитов Рәүис Хәбир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1948 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Мөхәмәт ауылы, Ибрай ауыл Советы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | театр актёры |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
![]() Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы ![]() |
Рәсми сайт | bashdram.ru/troupe/zagit… |
Биографияһы
Рәүис Хәбир улы Заһитов 1948 йылдың 19 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуған.
1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Әйүпов Р. М.) тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эш башлай. Бер ҡатлы кешеләр һәм комедия геройҙарын уйнаусы артист.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
«Ҡарлуғас» спектаклендә мулла, «Әжәлдән дарыу» драмаһында Сабит Хөрмәтович, «Эх, кәләш, кәләшкәй!» комедияһында Һағынбай, «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта» спектаклендә Мотаһар Сарбаевич, «Мөхәббәт йәшкә ҡарамай» комедияһында Зәкирйән, «Салауат» трагедияһында Һаҡсы, «Башмағым» комедияһында Кәрим бай, «Сәсәндәр» трагедияһында Иманғолдың атайы, «Урал-батыр» спектаклендә Ҡатил батша , «Мулла» спектаклендә Сәләхетдин.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- О награждении государственными наградами Российской Федерации. Указ Президента РФ от 31.08.1998 № 1038 2016 йыл 6 март архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
- Почетные граждане. Загитов Раус Хабирович 2021 йыл 31 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
- Заһитов Рәүис Хәбир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2023)
- База данных «Актёры России»: Загитов Раус Хабирович . Информационные технологии для театров. Дата обращения: 24 декабрь 2013. 2017 йыл 13 ғинуар архивланған.
- Динара Каримова, Альфия Аглиуллина. Актёр Рауис Загитов отметит 60-летний юбилей на сцене . ИА «Башинформ». Дата обращения: 24 декабрь 2013.
- Почетные граждане. Загитов Раус Хабирович 2021 йыл 31 декабрь архивланған.