Жәғәфәр ибн Әбү Талиб
Жәғәфәр ибн Әбү Талиб әт-Таййар (ғәр. جعفر بن أبي طالب الطيار; рус. Джафар ибн Абу Та́либ ат-Тайя́р; башҡ. Йәғәфәр ибн Әбү Талип әт-Таййар) — Әбү Талибтың улы, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы.
Жәғәфәр ибн Әбү Талиб | |
ғәр. جعفر بن أبي طالب | |
![]() | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: |
589 |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: |
629[1] |
Үлгән ере: | |
Дине: | |
Атаһы: | |
Әсәһе: | |
Ҡатыны | |
Балалары: |
Абдуллах ибн Джафар[d], Мухаммад ибн Джафар[d] һәм Авн ибн Джафар[d] |
Бәрелештәр: | |
Ваҡиғалар: |
Эфиопияға һижрәт |
![]() |
Биографияһы
Мөхәммәт Пәйғәмбәр миссияһы башланғандан һуң Жәғәфәр менән ҡустыһы Али тәүгеләрҙән булып ислам ҡабул итәләр. Мәккәлә мосолмандарҙы эҙәрлекләй башлағас, Жәғәфәр ҡатыны Әсмә менән бергә Эфиопияға (Хәбәшстанға) һижрәт ҡыла [2].
Бер аҙҙан, байтаҡ мосолмандар килеп ҡушылғас, Эфиопияға улар артынан ике абруйлы ҡорайыш — Ғабдулла ибн Рабиа һәм Әмр ибн Әл-Әс килә[2]. Улар Эфиопия негусы (башлығы) Нәжәшиҙе ҡасаҡтарҙы ҡайтарырға өгөтләп маташа. Нәжәши ризалаша башлай, шул саҡта Жәғәфәр, хәлде ҡотҡарыу өсөн, алға сыға һәм ҡорайыштарға Эфиопияға ҡасҡан мосолмандар тураһында һорауҙар бирә: улар ҡолдармы, әллә Мккәлә берәй енәйәт ҡылғандармы? Илселәр мосолмандар араһында ҡолдар юҡлығын һәм бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмауҙарын раҫлай. Берҙән-бер ғәйептәре — улар ата-бабаларының инанысынан баш тартҡан.
Шул саҡта негус Жәғәфәр ибн Әбү Талибҡа мосолман диненә ҡағылышлы һорауҙар бирә һәм ул уға Исламдың төп ҡиммәттәрен ҡыҫҡаса һөйләй, Ҡөрьән Кәримдән Мәрйәм, Әл-Ғәнкәбүт, әр-Рум һәм Әл-Кәһф сүрәһенән аяттар уҡый. Ислам дине ҡағиҙәләренең монотеизм принциптарына ҡаршы килмәүенә инанып, негус Нәжәши мосолман эмигранттарын ҡорайыштарға бирмәҫкә ҡарар итә. Нәжәши мосолмандарҙы үҙ ҡурсыуына ала, ә ҡайһы бер мосолман сығанаҡтары уның хатта ислам ҡабул итеүе тураһында һөйләй[3].
Иҫкәрмәләр
- Али-заде А. Джафар ибн Абу Талиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- Veccia Vaglieri, L., 1991
- Али-заде, 2007
Әҙәбиәт
- Али-заде, А. А. Джафар ибн Абу Талиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ḏj̲aʿfar b. Abī Ṭālib / Veccia Vaglieri, L. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Һылтанмалар
- Хаджи-Мурат Раджабов. Аллах заменил ему руки крыльями, с помощью которых он летает в Раю везде, где пожелает. Islamdag.ru (15 декабрь 2010). Дата обращения: 12 июнь 2013. Архивировано 13 июнь 2013 года.