Еҙем
Еҙем — йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.
Еҙем | |
---|---|
![]() Ғафури районында Еҙем аша һалынған күпер | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 215 км |
Бассейн | 3280 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Ағиҙел |
· Урынлашыуы | уң яҡ яр буйлап 585 км |
· Координаталар | 54°23′33″ с. ш. 56°28′03″ в. д. |
Урынлашыуы | |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан |
РДҺР | 10010200712111100018678 |
Еҙем Викимилектә |
Рәсәй һыу реестры | |
---|---|
10010200712111100018678 | |
Код бассейна | 10.01.02.007 |
Код по ГИ | 111101867 |
Том ГИ | 11 (выпуск 1)[1] |
Елмәрҙәк һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Егәҙе йылғаһының тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Белорет, Ғафури һәм Архангел райондары буйлап ағып, Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 215 км, бассейн майҙаны 3280 км², дөйөм түбәнәйеүе 607 м. Башлыса ҡар һыуҙары менән туйына. Йыллыҡ аҡманың 65—85 %‑ы — яҙғы (апрель—май), 10—15 %‑ы — йәйге-көҙгө (июнь—октябрь), 5—10 %‑ы ҡышҡы (ноябрь—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 38,7 м³/с.
Бассейнының рельефы тәпәш таулы, биләмәһе бик күп ҡушылдыҡ үҙәндәре менән йырғыланған. Бассейны әүжән свитаһы, елмәрҙәк свитаһы тау тоҡомдарынан, вендтың әшә серияһынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.
![](../I/%D0%95%D2%99%D0%B5%D0%BC_%D0%B9%D1%8B%D0%BB%D2%93%D0%B0%D2%BB%D1%8B.JPG.webp)
Ландшафтары башлыса урман һоро тупрағында һәм кәҫле көлһыу тупраҡта үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан тора. Бассейнының 84 %‑ын — урман, 1 %‑ын һаҙлыҡ тәшкил итә. Ҡушылдыҡтары: уң — Манайлы, Оло Рәүәт һ. б., һул — Егәҙе, Оло Шешәнәк һәм Бәләкәй Шешәнәк, Таҡаты, Мәндем һ. б.
Иҫкәрмәләр
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 1. Кама/ Под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1966. — 324 с.
Топографик карталар
Һылтанмалар
- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).
- Справочная статья. Река Зилим. Сайт Весь Южный Урал
- Виртуальный тур по Зилиму 2016 йыл 4 март архивланған.