Ете ырыу кантоны

Ете ырыу кантоны (рус. Джитировский кантон) — Башҡортостандың кантоны.

Ете ырыу кантоны
Ете ырыу кантоны
Ил Башҡортостан мөхтәриәте
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Иманғол ауылы
Ойошторолған 1917/1919
Берләштерә Аллабирҙе,
Бөрйән,
Иманғол,
Көйөргәҙе,
Мораптал,
Разномойка,
Сәйет,
Таймаҫ,
Ташлы,
Новоселка,
Романовка улустары
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Иманғол ауылы.

Тарих

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Ете ырыу кантоны ла була.

1919 йылдың июнендә бөтөрөлә, территорияһы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны составына инә.

Халҡы

Бәләкәй Башҡортостан 1920

География

Төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙе, көнсығышта — Ҡыпсаҡ кантоны, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур өйәҙе менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

  • Фәттәх Сәлтәшев (1918)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.