Ерекле һыуһаҡлағысы
Ерекле һыуһаҡлағысы (рус. Ирикли́нское водохрани́лище) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге һыуһаҡлағыс.
Ерекле һыуһаҡлағысы | |
Дәүләт |
Рәсәй Рәсәй империяһы СССР |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Яйыҡ, Таналыҡ һәм Суундук |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Яйыҡ |
Вертикаль тәрәнлеге | 34 метр |
Ерекле һыуһаҡлағысы Викимилектә |
Этимологияһы
Һыуһаҡлағыстың атамаһы Яйыҡ йылғаһы ҡушылдығы Ерекле йылғаһы исеменән алынған[1].
Тасуирламаһы
Ерекле һыуһаҡлағысы 1957—1958 йылдарҙа гидроузел быуаһы ярҙамында барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыста — гидроэлектростанция, һуңғараҡ Ерекле ГРЭС-ы төҙөлә[2]. Һыуһаҡлағыс элекке Ерекле тарлауығында төҙөлә; урта һәм түбән өлөштәрендә тәрән һыулы тау күленән ғибәрәт, күл ярҙары ҡаялы, ҡултыҡтары бик күп. Ҡултыҡтарҙың иң эреләре — Таналыҡ һәм Һөйөндөк, улар ошо уҡ исемле Урал ҡушылдыҡтары (Таналыҡ, Һөйөндөк) тамаҡтарында барлыҡҡа килгән[2].
Рәсәйҙәге күп кенә һыуһаҡлағыстарынан айырмалы рәүештә Ерекле һыуһаҡлағысы ике экологик үҙенсәлеге менән айырылып тора. Беренсенән, уртаса һыу кимәленең тирбәлеүе яҡынса 3 метр тәшкил итә һәм барыһы майҙан үҙәге 19 %-ҡа ғына кибә (сағыштырыу өсөн: Кама һыуһаҡлағысында йыл һайын — 66 %). Икенсенән, Ерекле һыуһаҡлағысында суднолар һәм һал ағыҙыу өсөн шлюздар юҡ. Былар барыһы ла һыу ятҡылығының экосистемаһына зарар килтермәүгә булышлыҡ итә[2]. Шулай уҡ Ерекле һыуһаҡлағысы үҙенең һыу таҙалығы менән айырыла: йәй көндәрендә — 6 метрға, ҡышҡыһын — 9,5 метрға тиклем.
Ихтиофаунаһы балыҡтың 36 төрөн һәм төрсәһен тәшкил итә. Балыҡ тотоу промыслаһы менән «Волна» балыҡ хужалығы шөғөлләнә. Балыҡ үрсетеү менән Ерекле ыуылдырыҡ үрсетеү хужалығы һәм балыҡ питомниктары булыша. 1950-се йылдарҙа гидроузел эргәһендә Ерекле ҡасабаһы төҙөлә ә ГРЭс эргәһендә — ҡала тибандағы Энергетик ҡасабаһы[2].
Ерекле һыуһаҡлағысы Яйыҡ йылғаһының Ырымбур өлкәһендә аҡҡан өлөшөндә төҙөлгән. Уны төҙөр өсөн Ерекле үҙәненән 22 тораҡ пункт күсереп ултыртылған.
- Оҙонлоғо 70 км
- Киңлеге 8 км
- Майҙаны 260 км²
- Күләме3,257 км³
- Иң тәрән урыны 34 метр
- Уртаса тәрәнлеге 12,7 м
- Уға ҡойған йылғалар Һөйөндөк, Таналыҡ, Сосновка һәм башҡалар
- Ағып сыға — Яйыҡ йылғаһы[3]
Һыуһаҡлағыс Яйыҡ йылғаһының ағымын көйләү һәм сәнәғәт предприятиеларын, тораҡ пункттарын һыу менән ышаныслы тәьмин итеү маҡсатында төҙөлә.
Ерекле һыуһаҡлағысы Көньяҡ Уралдағы иң ҙур шундай ҡоролма булып тора[4].
Иҫкәрмәләр
- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Изд. 2-е, доп. и испр. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002.
- Природа Оренбургской олбласти. Ириклинское водохранилище 2020 йыл 10 ноябрь архивланған.
- Ириклинское водохранилище
- Ириклинская ГРЭС — флагман энергетики Южного Урала. Интернет-портал сообщества ТЭК.