Енси булмаған үрсеү
Енси булмаған үрсеү, йәки агамогенез — яңы быуын вәкилдәре инә организмдың тән күҙәнәктәренән ( соматик күҙәнәктәрҙән) барлыҡҡа килеү ысулы. Йәғни, нәҫелде барлыҡҡа килтереүҙә енес күҙәнәктәре (гаметалар) ҡатнашмай.
Был ысул менән үрсеүҙә тик бер генә зат — инә зат (русса, материнское размножение) ҡына ҡатнашлыҡ итә.
Енси булмаған үрсеүҙе партеногенез менән бутарға ярамай. Унда ла, яңы быуын вәкилдәрен барлыҡҡа килтереүҙә инә организм ғына ҡатнаша. Тик был осраҡта, яңы организм соматик күҙәнәктән түгел, ә енес күҙәнәгенән барлыҡҡа килә. Йәғни, был ысул енси үрсеүҙең бер төрөнә керә.
Ябай бүленеү
Бүленеү юлы менән иң элек барлыҡ бер күҙәнәкле организмдар үрсей. Ҡағиҙә булараҡ, был инә күҙәнәктең икегә бүленеүе юлы менән тормошҡа ашырыла.Ҡайһы бер иң ябай организмдар күберәк өлөштәргә лә бүленә ала.
Бар осраҡтарҙа ла, яңы барлыҡҡа килгән күҙәнәктәр инә күҙәнәк менән һәм үҙ-ара тулыһынса бер төрлө, йәғни генетик яҡтан тулыһынса тап (копия, йәғни, идентик булалар) киләләр.
Был үрсеү ысулы ябайлығы менән отошло: ҡыҫҡа ғына ваҡытта бик тиҙ артыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, бактериялар уңайлы шарттар булғанда һәр 30-60 минут һайын һанын икеләтә арттырыу һәләтенә эйә.
Был үрсеү ысулы менән организмдар сикһеҙ рәүештә үҙ копияларын булдыра ала. Тик генетик материалының спонтан үҙгәреше — мутация ғына . күҙәнәктең яңы клонына бушланғыс биреүе бар.Енси булмаған үрсеүҙә бер организм — инә зат ҡына ҡатнаша.Был юл менән бик күп клондар хасил була.
Споралар ярҙамында үрсеү
Енси булмаған үрсеү алдынан йыш ҡына бактерияль күҙәнәк спора стадияһына күсә. Бактерианың спора хәлетенә күсеүе — ваҡытлыса булған тынлыҡ хәле ул.
Тынлыҡ хәленә күсер алдынан күҙәнәктәрҙә матдәләр алмашыныу процесы әкренәйә. Цитоплазмалағы һыуҙың бер өлөшө кәмей һәм күҙәнәк тышсаһынан айырыла. Цитоплазма өр-яңынан күп ҡатлаулы ҡалын тышса менән уратып алына.
Бактерияль күҙәнәктең спора хәләтенә күсеүе — мөхиттең һәләкәткә килтерә торған факторҙарына (кибеү, туңыу һәм башҡа үлемесле факторҙар) яуап реакцияһы ул. Йәғни, тотороҡло булмаған шарттарҙан һаҡланыу ысулы.
Шулай уҡ, спора стадияһы бактерияларға таралып урынлашырға, яңы урындар яуларға ярҙам итә.Уңайлы шарттарға барып эләгеү менән спора шыта, яңынан тереклек стадияһына күсә, урталайға бүленеү юлы менән үрсей башлай.
Үҫемлектәрҙең күбеһе тығыҙ тышса менән ҡапланған һәм тышҡы мөхиттең уңайһыҙ шарттары тәьҫиренә тотороҡло споралар — гаплоид күҙәнәктәр ярҙамында енси булмаған юл менән үрсей. Споралар башлыса ер өҫтө үҫемлектәрендә барлыҡҡа килә.
һыуҙа йәшәгән ылымыҡтар һәм ҡайһы бер бәшмәктәр ҡамсылары булған һәм улар ярҙамында һыу мөхитендә актив хәрәкәт иткән зооспоралар менән үрсей. Ер өҫтө үҫемлектәренең споралары иһә хәрәкәтһеҙ, һәм уларҙы хайуандар, һыу, ел генә күсереп йөрөтә.
Архейҙарҙың бөгөнгө көндә билдәле бер генә төрө лә спора барлыҡҡа килтермәй.
Вегетатив үрсеү
Үҫемлектәр араһында бик күп төрлө формалағы вегетатив үрсеү киң таралған. Күп кенә ағастар һәм ҡыуаҡтар үҫентеләрҙән (виноград, сәтләүек, ҡарағат, слива һ. б.), мыйыҡтарынан (ер еләге, үрмәләүсе лютик), тамыр үрентеләренән (япраҡлы һәм ылыҫлы ағастар, күп кенә үләндәр), шулай уҡ үрмә һабаҡтан (ағастарҙың төбөндә һәм тамырҙарында) үрсей.
Вегетатив үрсеү шулай уҡ һуғанбаштар (һуған, тюльпан һ. б.), бүлбеләр (картуф), тамырһа баҡтар (күп йыллыҡ ҡырағай үләндәр, ирис, бөтнөк һ. б.) ярҙамында ла була. Ағастар һәм ҡыуаҡтар һабаҡсаларынан да үрсей ала.
Вегетатив үрсеү үҫемлектәрҙә ғәйәт ҙур практик әһәмиәткә эйә һәм урман хужалығында, баҫыусылыҡта, сәскә үҫтереүҙә, йәшелсәселектә, емеш ағастарының һәм еләк ҡыуаҡтарының бөтә төрҙәрен үҫтергәндә киң ҡулланыла.
Бөрөләнеү юлы
Ҡайһы бер күҙәнәклеләр бөрөләнеү юлы менән үрсей. Был осраҡта күҙәнәктең ядроһы митоз юлы менән бүленә. барлыҡҡа килгән ядронларҙың береһе инә күҙәнәктә барлыҡҡа килгән ҡабарынҡы урынға күсә. Инә күҙәнәктән бәләкәй генә фрагмент айырыла.
Бала күҙәнәк инә күҙәнәктән күпкә бәләкәй була. Үҫеүе һәм уның уның структураһы төҙөлөп бөтөүе өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә.
Бөрөләнеп үрсеү күп кенә түбән һәм юғары төҙөлөшлө бәшмәктәргә (мәҫәлән, супрә бәшмәге), хатта ҡайһы бер күп күҙәнәкле хайуандарға (мәҫәлән сөсө һыу гидраһы) хас.Сөсө һыу гидраһының тәнендә бәләкәй генә түмһәләк барлыҡҡа килә — уның тәненең стенаһы бүлтәйеп сыға. Был түмһәләк үҫә, һуҙыла бара. Уның осонда һәрмәүестәр барлыҡҡа килә, ә улар араһында ауыҙ хасил була.
Тәүҙә ул инә организме менән нәҙек һабаҡ ярҙамында тоташҡан була. Былар бөтәһе лә тышҡы яҡтан үҫемлек үрендеһенең бөрөнән үҫешен хәтерләтә (үрсеүҙең был ысулының бөрөләнеү тигән исеме шунан алынған). Бәләкәй гидра үҫеп еткәс, ул инә организменән айырыла һәм үҙалдына тереклек итә башлай.
Фрагментация (инә организм тәненең өлөштәргә бүленеү юлы)
Ҡайһы бер организмдар инә организм тәненең өлөштәргә бүленеү юлы менән үрсеүе мөмкин (стробиляция, йәғни фрагментация). Тәндәре бер нисә өлөшкә бүленеп, һәр бер өлөшөнән инә затҡа тулыһынса оҡшаш яңы организм үҫешә. Бүленгән һәр өлөштә етешмәгән органдар үҙенән-үҙе үҫеп, инә затҡа оҡшаш бөтөн бер организмға әүерелә. (яҫы һәм йомро селәүсендәр, энәтирелеләр).
См. шулай уҡ
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
- Бесполое размножение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Һылтанмалар
- Бесполое размножение // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.