Екатеринбург ваҡыты
Екатеринбург ваҡыты (YEKT) — Урал федераль округының һәм Свердловск өлкәһенең административ үҙәге булған Екатеринбург ҡалаһы урынлашҡан сәғәт бүлкәтендәге урындағы ваҡыттың рәсми булмаған атамаһы.
Екатеринбург ваҡыты | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | МСК+2, MSK+2 һәм YEKT |
---|---|
Сдвиг часового пояса | 5 сәғәт |
Екатеринбург ваҡыты Мәскәү ваҡытынан ике сәғәткә алда (МСК+2)[1] (хәҙерге ваҡытта — UTC+5, 2014 йылға тиклем — UTC+6, 2011 йылға тиклем: ҡыш — UTC+5, йәй— UTC+6). Был ваҡыт Башҡортостан Республикаһында, Пермь крайында, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында рәсми ваҡыт булып иҫәпләнә.
Дөйөм майҙан: 3,55 млн км²
![](../I/Timezones2014_UTC%252B5.png.webp)
Екатеринбург ваҡыты (UTC+5) донъяның сәғәт бүлкәттәре картаһында:
һары төҫтә — Екатеринбург ваҡыты — UTC+5-тең йыл әйләнәһендәге зонаһы;
зәңгәр төҫтә — UTC+5-тең океандағы зонаһы;
күк төҫтә — UTC+5 ҡышҡы осорҙа (октябрь — март) Төньяҡ ярымшарҙа.
һары төҫтә — Екатеринбург ваҡыты — UTC+5-тең йыл әйләнәһендәге зонаһы;
зәңгәр төҫтә — UTC+5-тең океандағы зонаһы;
күк төҫтә — UTC+5 ҡышҡы осорҙа (октябрь — март) Төньяҡ ярымшарҙа.
Төбәктәр һәм төп ҡалалар
Башҡортостан
Пермь крайы
- Пермь
- Березники
- Соликамск
Ҡурған өлкәһе
- Ҡурған
- Шадринск
Ырымбур өлкәһе
Свердловск өлкәһе
Төмән өлкәһе
Силәбе өлкәһе
Ханты-Манси автономиялы округы
Ямал-Ненец автономиялы округы
- Салехард
- Яңы Уренгой
- Ноябрьск
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.