Дөгө (үҫемлек)

Дөгө (лат. Orýza) — бөртөклөләр ғаиләһендәге бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр төркөмөндәге ярма культураһы.

Дөгө
Oryza sativa
Сәсеү дөгөһө
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Бер өлөшлөләр
Тәртип: Ҡыяҡ сәскәлеләр
Ғаилә: Ҡыяҡлылар
Суб-ғаилә: Ehrhartoideae
Триба: Oryzeae
Ырыу: Дөгө
Латинса исеме
Oryza L.
syn.
Padia Moritzi
ITIS 41975
NCBI 4527

Тарихы

Бер йыллыҡ сәсеү дөгөһө (Oryza sativa) — ауыл хужалығы культураһы булараҡ тропик һәм субтропик климат бүлкәтендә үҫтерелә. Был боронғо ауыл хужалығы культураларының береһе. Бынан 9 мең йыл самаһы элек өйгә эйәләштерелгән.

Африкала асыҡ дөгө (Oryza glaberrima) үҫтерәләр. Урындағы халыҡ аҙыҡ өсөн ҡырағай дөгө (Oryza punctata) ҡуллана.

Ҡулланыу

Дөгө орлоғонан дөгө ярмаһы, крахмал эшләйҙәр, дөгө бәбәгенән май алалар. Ҡытайҙа дөгө шарабы таралған. Японияла милли спиртлы эсемлек сакэ һәм сәй церемонияһы өсөн шәрбәтле тәмләткестәр етештерәләр. Дөгө һаламынан ҡағыҙ, картон, үрелгән әйберҙәр етештерәләр. Дөгө көрпәһе малсылыҡта мал аҙығы итеп файҙаланыла. Кореяла дөгө ҡалдыҡтарынан сикхе һәм суннюн тигән милли эсемлектәр әҙерләйҙәр.

Тағы ла попкорнға оҡшаған еңел дөгө эшләйҙәр.

Ислам илдәрендә бер дөгө ярмаһы ауырлығына тиң ауырлыҡ үлсәү берәмеге — арузза ҡулланалар.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.