Дәрҡәүиҙәр

Дәрҡәүиҙәр йәки Дәрҡәүә (ғәр. درقاوية) — суфый тәриҡәте, шәҙили тәриҡәте тармағы.

Дәрҡәүиҙәр
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Мухаммад аль-Араби ад-Даркави[d]
Нигеҙләүсе Мухаммад аль-Араби ад-Даркави[d]
Дәүләт  Марокко

Нигеҙ һалыусыһы

Тәриҡәттең эпонимы булып шәйех Мөхәммәт әл-Ғәрәби әд-Дәрҡәүи (1760—1823) тора.

Туғанлыҡ Марокколағы ярлылыҡтың һәм заһитлыҡтың юғарылыҡ булыуын иғлан иткән әйҙәп барыусы тәриҡәттәрҙең береһе булып китә.

Таралыуы

Ойошҡандан һуңғы йылдарҙа тәриҡәт Марокконан башҡа илдәрҙә, нигеҙҙә, Мәғриб илдәрендә үҙ йәмәғәттәрен ойоштора, шулай уҡ Мысыр һәм Хижәздә лә киң тарала. Һуңғы тиҫтә йылда дәрҡәүиҙәр тармаҡтары — Әләүилек һәм Хәбибилек аша Европала үҙенең туғанлыҡтарын ойоштора.

Дәрҡәүи тәриҡәте баштан уҡ ауыл халҡы һәм ҡала синыфтары араһында киң хуплау таба. Алжирҙа Һәм Мароккола ул сәйәси эшмәкәрлеккә һәм европа дәүләттәренең колониализмына протест хәрәкәттәренә йәлеп ителә .

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.