Дыуан-Ҡошсо кантоны

Дыуан-Ҡошсо кантоны (рус. Дуван-Кущинский кантон) — Башҡортостан АССР-ы кантоны.

Дыуан-Ҡошсо кантоны
Дыуан-Ҡошсо кантоны
Ил Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Мәсәғүт ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 8 435 км²
Халҡы 112 371 кеш. (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Мәсәғүт ауылы.

Тарих

1919 йылда сентябрҙә Дыуан кантонының 10 һәм Ҡошсо кантонының 10 улусынан АСБР составында ойошторола.

1921 йылда кантонда 38 китапхана, 2 уҡыу йорто булған.

Кантон 1922 йылдың 5 октябрендә бөтөрөлә, территорияһы (20 улус) Мәсәғүт кантоны составына инә.

Халҡы

Халҡы 1920 йылда — 112 371 кеше.

Башҡортостан кантондары 1920

География

Майҙаны — 8435 км². Төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта Златоуст һәм Бөрө өйәҙҙәре менән сиктәш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

    Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.