Дуҫлыҡ монументы

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0310006000

Һәйкәл
Монумент дружбы
ИлРәсәй
ҠалаӨфө

Дуҫлыҡ монументыбашҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы 1965 йылда Өфө ҡалаһында, Ағиҙел ярында ҡуйылған һәйкәл. Скульпторҙары М. Ф. Бабурин, Г. П. Левицкая, архитекторҙары Г. И. Гаврилов, Е. И. Кутырёв.

1974 йылда РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән «дәүләт әһәмиәтендәге һәйкәл» статусы бирелә[1].

Ул Ағиҙел йылғаһы буйлап пароходта йөҙөүселәргә лә, күпер аша автобустарҙа үтеүселәргә лә мөһабәт булып күренеп тора.

Тарихы

Уға беренсе таш 1957 йылдың 14 июнендә һалына һәм буласаҡ монумент урынына «Здесь будет сооружён монумент в память 400-летия добровольного присоединения Башкирии к Русскому государству» тигән яҙыулы мәрмәр таҡтаташ урынлаштырыла. Монумент 1965 йылдың 7 авгусында тантаналы асыла, ул тарихи Өфө ҡәлғәһе урынында тора. Авторҙары: Михаил Бабурин; Галина Левицкая.

Иҫкәрмәләр

  1. Монумент Дружбы 2016 йыл 10 декабрь архивланған.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.