Дубний

Дубний (лат. Dubnium, Db) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор, 5-се төркөм элементы. Тәртип номеры - 105.

Дубний
Логотип
Кем хөрмәтенә аталған Дубна
Асыусы йәки уйлап табыусы Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты һәм Национальная лаборатория имени Лоуренса в Беркли[d]
Асыу датаһы 18 февраль 1970
Элемент символы Db[1]
Атом һаны 105
Электронная конфигурация [Rn] 5f¹⁴ 6d³ 7s²
Схематичная иллюстрация
 Дубний Викимилектә
105
Дубний
(268)
5f146d37s2

СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә 1997 йылға тиклем — 105-й Менделеевтың элементтар таблицаһында 105-се элемент нильсборий(Ns) исеме менән билдәле булған.

Символы

Дубний элементының символы - Db (Дубний тип уҡыла).

Тарихы

105-се элемент беренсе тапҡыр Дубна ҡалаһында 1970 йылда Г.Н.Флёров төркөмө тарафынан 243</nowiki>Am ядроларын 22</nowiki>Ne[2] иондары менән бомбаға тотоу юлы менән алынған.

Берклиҙа (АҠШ) 249</nowiki>Cf+15Н260Db+4n[3] реакциялары шулай уҡ үҙ аллы үткәрелеп, асыш яһалған булған. ИЮПАК-тың эшсе төркөмө 1993 йылда, 105 -се элементты асыу хөрмәте Дубна менән Беркли төркөмдәре араһында бүленергә тейеш, тигән һығымтаға килгән[4].

Исеменең килеп сығышы

Совет тикшеренеүселәре яңы элементты Нильс Бор хөрмәтенә нильсборий (Ns) тип атарға тәҡдим иткән [5], американдар — урандың үҙлегенән бүленеүен (рус. спонтанное деление) асҡан авторҙарҙың береһе Отто Һан хөрмәтенә һаний (Ha)[3]., ИЮПАК комиссияһы 1994 йылда Жолио-Кюри хөрмәтенә жолиотий (Jl) тигән исем тәҡдим иткән булған [6]; быға тиклем элемент рәсми рәүештә грекса һандар исеменән — уннилпентиум (Unp) тип аталған, йәғни ябай 105 һаны. Төрлө йылдарҙа баҫтырып сығарылған таблицаларҙа элементтың Ns, На, Jl символдарын күрергә була. ИЮПАК-тың 1997 йылдағы йомғаҡлаусы ҡарарына ярашлы, Дубна ҡалаһындағы Рәсәй буйынсаБерләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институты хөрмәтенә был элемент дубний исемен алған[7].

Билдәле изотоптары

Изотоп Масса Ярым тарҡалыу осоро[8] Тарҡалыу тибы
255Db 255 с α-тарҡалыу в 251Lr (80 %);
үҙлегенән бүленеү
256Db 256 с α-тарҡалыу в 252Lr (64 %);
β-тарҡалыу в 256Rf (36 %);
үҙлегенән бүленеү (0,02 %)
257Db 257 с α-тарҡалыу в 253Lr
258Db 258 4,0 ± 1,0 с α-тарҡалыу в 254Lr (67 %);
β-тарҡалыу в 258Rf
259Db 259 0,51 ± 0,16 с α-тарҡалыу в 255Lr
260Db 260 1,52 ± 0,13 с α-тарҡалыу в 256Lr
261Db 261 1,8 ± 0,4 с α-тарҡалыу в 257Lr
262Db 262 35 ± 5 с α-тарҡалыу в 258Lr (67 %);
үҙлегенән бүленеү
263Db 263 с үҙлегенән бүленеү (55 %);
α-тарҡалыу в 259Lr (41 %);
β-тарҡалыу в 263Rf (3 %)
267Db 267 мин. үҙлегенән бүленеү
268Db 268 ч. үҙлегенән бүленеү

Иҫкәрмәләр

  1. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  2. G. N. Flerov et al. On the synthesis of element 105 // Nuclear Physics A. — 1970. — Т. 160. — № 1. — С. 181-192.
  3. Albert Ghiorso et al. New Element Hahnium, Atomic Number 105 // Physical Review Letters. — 1970. — Т. 24. — № 26. — С. 1498 - 1503.
  4. R. C. Barber et al. Discovery of the transfermium elements // Pure and Applied Chemistry. — 1993. — Т. 65. — № 8. — С. 1757-1814.
  5. См., например, G. N. Flerov and G. M. Ter-Akopian Synthesis and study of atomic nuclei with Z > 100 // Progress in Particle and Nuclear Physics. — 1987. — Т. 19. — С. 197-239.
  6. Commission on Nomenclature of Inorganic Chemistry Names and symbols of transfermium elements (IUPAC Recommendations 1994) // Pure and Applied Chemistry. — 1994. — Т. 66. — № 12. — С. 2419-2421.
  7. Commission on Nomenclature of Inorganic Chemistry Names and symbols of transfermium elements (IUPAC Recommendations 1997) // Pure and Applied Chemistry. — 1997. — Т. 69. — № 12. — С. 2471-2473.
  8. Nudat 2.3
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.