Домен (биология)

Биологик таксономияла домен тип (ә ҡайһы берҙә супербатшалыҡ, империя) — организмдарҙың иң юғары таксономик рангты атайҙар, Батшалыҡтан да юғарыраҡ. Карл Вёзеның (Carl Woese) домен системаһы шәжәрәһенә ярашлы (1990 йылдағы), тереклек шәжәрәһе өс өлөштән тора: Архейҙар, Бактериялар һәм Эукариоттар[1]. Таксондарҙың урынлашыуы, геномдарҙың бер-береһенән фундаменталь рәүештә айрылып тороуын күрһәтә.

рРНК анализы нигеҙендә төҙөлгән филогенетик шәжәрә тереклекте бактерияларға, архейҙарға һәм эукариоттарға бүлә
Биологик классификацияның төп һигеҙ таксономик рангтары. Тереклек домендарҙан тора, һуңғылары артабан төркөмдәргә бүленә. Аралаш төп булмаған рангтар бында күрһәтелмәгән.

Тереклекте классификациялау төрҙәре бер нисәү:

  • Ике империянан торған система йәки супердомен системаһы, уҙ эсенә Прокариот һәм Эукариот группаларын ала.
  • Алты Батшалыҡ (биология) системаһы уҙ эсенә Эубактерияларҙы (Eubacteria), Архебактерияларҙы (Archaebacteria), Протистарҙы (Protista), Бәшмәктәрҙе (Fungi), Үҫемлектәрҙе (Plantae) һәм Хайуандарҙы (Animalia) индерә.
  • Өс империялы система — Эубактериялар (Eubacteria), (Archaebacteria), Эукариоттар — Эукариоттар эсенә ингән биш супергруппа менән[2].

Был өс системаның береһе лә күҙәнәкһеҙ тереклекте индермәй (мәҫәлән, Вирустарҙы).

Һылтанмалар

  1. Woese C, Kandler O, Wheelis M (1990). «Towards a natural system of organisms: proposal for the domains Archaea, Bacteria, and Eucarya.». Proc Natl Acad Sci USA 87 (12): 4576–9. DOI:10.1073/pnas.87.12.4576. PMID 2112744. Проверено 11 February 2010. 2008 йыл 27 июнь архивланған.
  2. Holt, Jack R. and Carlos A. Iudica, 2010, Taxa of Life. 2011 йыл 20 июль архивланған..
Таксономик ранг

Домен (Батшалыҡ өҫтө) Батшалыҡ Ярым батшалыҡ Тип өҫтө/Бүлек өҫтө Тип/Бүлек Ярым тип/Ярым бүлек Класс өҫтө Класс Ярым класс Инфракласс Отряд өҫтө/Тәртип өҫтө Отряд/Тәртип Ярым отряд/Ярым тәртип Инфраотряд Ғаилә өҫтө Ғаилә Ярым ғаилә Триба өҫтө Триба Ярым триба Ырыу Бүлек Ярым бүлек Ярым ырыу Секция өҫтө Секция Ярым секция Рәт Ярым рәт Төр Ярым төр Вариетет/Төрлөлөк Ярым төрлөлөк Форма Ярым форма

ТаксономияБиноминаль номенклатура
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.