Добеле
Добеле (латыш. ) 1918 йылға тиклем — Доблен (нем. Doblen) — Латвияла Добель крайының административ үҙәге.
Добеле | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1917 |
---|---|
Дәүләт | Латвия |
Административ үҙәге | Добельский край[d] |
Административ-территориаль берәмек | Добельский край[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Берзе[d] |
Халыҡ һаны | 8644 кеше (1 ғинуар 2023)[1] |
Туғандаш ҡала | Конин, Брянск, Ионишкис[d], Шмёльн, Энгельхольм[d], Ульрисехамн[d], Тукумс, Науйойи-Акмяне һәм Альтенбург |
Майҙаны |
8,03 км² (1 ғинуар 2023)[2], 7,91 км² (1 ғинуар 2023)[2] |
Почта индексы | LV-37(01—02) |
Рәсми сайт | dobele.lv |
Добеле Викимилектә |
Халҡы — 10 491 кеше (2014).
Географияһы
Земгалела, Латвия үҙәгендә тиерлек, Берза йылғаһы ярында Добеле кратеры эсендә урынлашҡан.
Тарихы
Беренсе тапҡыр Доблен 1254 йылдың 4 апрелендә «Земгалены бүлеү тураһында килешеүҙә» телгә алына[3], әммә быға тиклем инде беренсе ағас ҡәлғә булған, уны Ливония һуғышы (1558—1583) ваҡытында яндырғандар, һәм уның урынында Ливон ордены тарафынан икенсе, таш ҡәлғә төҙөйҙәр, уның янында ҙур булмаған һөнәрселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килгән. Ҡәлғәнең емереклектәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған, уларҙы 2002 йылда боҙолоуҙан һаҡлау үткәрелә[4].
1495 йылда сиркәү төҙөлә башлай, уның эргәһендә сауҙа майҙандары барлыҡҡа килә. XVII быуатта, герцог Яков Кеттлер хакимлығы ваҡытында бында һыу тирмәне һәм ағас бысыу, етен киптереү ҡоролмалары төҙөйҙәр, ә 1929 йылда Добеле аша Елгава (Митава) — Лиепая (Либава) тимер юл линияһы һалына.
Иҡтисады
Добелела эре предприятиелар.: «Добелес зирнавниекс», «Сподриба» химия заводы, «Baltic Candles» шәмдәр заводы эшләй. Латвия ер эшкәртеү институты эшләй, элемтә саралары яҡшы үҫешкән, һәр йортҡа тиерлек тиерлек интернет үткәрелгән, ике банк филиалы (SEB һәм Swedbank) бар.
Мәғарифы
Ҡалала биш дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй (шул иҫәптән дәүләт гимназияһы), дүрт балалар баҡсаһы,һынлы сәнғәт һәм музыка мәктәптәре, профессиональ-техник училище.
Халҡы
1840 | 1881 | 1914 | 1915 | 1925 | 1935 | 1943 | 1959 | 1979 | 1989 | 1997 | 2002 | 2007 | 2010 | 2014 | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халыҡ һаны | 100 | 1083 | 2000 | 375 | 1551 | 2470 | 2650 | 6246 | 13027 | 15023 | 12668 | 11446 | 10987 | 10630 | 10491 |
Әлеге ваҡытта латыштар дөйөм халыҡ иҫәбенең 75,5 процентын тәшкил итә, урыҫтар һаны буйынса икенсе урында — 14 %, артабан белорустар — 3,3 %, литвалар — 2,3 %, украиндар — 1,8 %, поляктар — 1,5 %, башҡа милләт вәкилдәре — 1,6 % тәшкил итә.
Транспорты
Тимер юл транспорты
Елгава—Лиепая линияһында Добеле станцияһы
Байрамдары һәм ваҡиғалары
Туғандаш ҡалалар
- Энгельхольм, Швеция
- Альтенбург, Германия
- Шмельн, Германия
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
- Iedzīvotāju skaits pēc tautības reģionos, pilsētās, novados, pagastos, apkaimēs un blīvi apdzīvotās teritorijās gada sākumā (pēc administratīvi teritoriālās reformas 2021. gadā) 2021 - 2022 — Центральное статистическое управление Латвии.
- Reģionu, novadu, pilsētu un pagastu kopējā un sauszemes platība gada sākumā — Центральное статистическое управление Латвии.
- Avoti Latvijas vēstures. 2.sējums: vēstures avoti Latvijas Senās. 2.burtnīca. Red. Švābe, A. Rīga: institūta apgādiens Latvijas Vēstures, 1940. — dokuments Nr. 388.
- Zemgaļu pilskalns un Livonijas ordeņa pilsdrupas 2016 йыл 18 апрель архивланған. // Официальный сайт города Добеле (латыш.)
- Крупнейшие мероприятия Добельского края 2015 йыл 13 май архивланған. (латыш.)
Һылтанмалар
- Официальный сайт Добельского края (латыш.) (инг.)
- Информация о Добеле на туристическом портале mesta.lv (рус.)
- Информация о Добеле в топонимической базе данных (латыш.)
- Dobeles senāko ielu nosaukumu meklājumos (латыш.)