Диүбәнд

Диүбәнд (һинд देवबंद, урду دیوبند, ингл. Deoband — Деобанд) - Һиндостан, Уттар-Прадеш штаты, Сахаранпур округында Нью-Делиҙан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан муниципалитет һәм ҡала. Халҡы - 161 706 (2001).

Тасуирламаһы

Уттар-Прадеш штатының Дүәб үрге районында урынлашҡан ҡала ҡуйы урмандар менән уратып алынған, унда һинд мифологияһы буйынса Дурга тигән илаһ йәшәгән (бер версия буйынса ҡаланың исеме «Деви-ван», "илаһи урман" һүҙенән килеп сыҡҡан).

Ислам уҡыу йорто

Ҡалала иң ҙур ислам уҡыу үҙәге урынлашҡан «Дар үл-Ғөлөм Диүбәнд» (ингл. Darul Uloom, Белем маҡамы), 1866 йылда нигеҙләнгән, донъяның мосолман уҡыу йорттарының рәсми булмаған рейтингында Ҡаһирәләге атаҡлы «Әл-Әзһәр" университетынан ҡала икенсе урынды биләй [1]

Иҫкәрмәләр

  1. Жемчужина Британской Индии. Миссия и путь школы Деобанд (недоступная ссылка история).(недоступная ссылка)

Һылтанмалар


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.