Диалект
Диале́кт (грек. διάλεκτος — «рәүеш» грек. διαλέγομαι — «һөйләү, аңлатыу») — дөйөм халыҡ телендә ниндәйҙер бер һыҙаттары менән айырылып торған ерле тел; дөйөм халыҡ теленең үҙенсәлекле бер тармағы[1].
Бөтә халыҡ теленең айырым бер төбәк, социаль төркөм, профессия кешеләренә хас төрө. Территориаль һәм социаль диалекттар була. Уртак сифаттары менән берләшкән диалекттар йыйылмаларын ҙур диалекттар , ә кескенә диалекттарҙы һөйләштәр тип атарға мөмкин. Территориаль диалекттар ауаҙҙар төҙөлөшө яғынан, грамматик, һүҙ яҫалыш, лексик үҙенсәлектәре менән айырылалар. Әлеге айырмалар әллә ни ҙур түгел, һәм билдәле бер телдең төрлө диалекттарында һөйләшеүселәр бер-береһен аңлайҙар (мәҫәлән, төрки телдәр диалекттары). Башҡа осраҡтарҙа айырмалар шул тиклем ҙур, төрлө диалекттарҙа һөйләшеүселәр үҙ-ара ауырлыҡ менән аңлашалар, йәки бөтөнләй аңлаша алмыйҙар (мәҫәлән, немец йә иһә кытай телдәре диалекттары).
Диалекттар күп быуаттар дауамында барлыҡҡа киләләр. Ваҡыт дауамында территориаль берәмлектәрҙең үҙгәреүе нәтижәһендә диалекттар бүленәләр, берләшәләр, яңы төркөмдәргә айырылалар. Хәҙерге диалекттарның ареалдары ҡәбиләләр, феодаль ерҙәр, дәүләттәр араһындағы үткән замандарҙағы сиктәрҙе сағылдырырға мөмкин. Ҡол биләүсе йә иһә феодаль дәүләттәр ҡәбиләләренең һәм ерҙәренең территориаль бүленеүҙәре уларҙың телдәрендә диалекталь айрмаларҙың үҫеүенә булыша.
Диалекттар феодализм осоронда айырыуса актив формалаша. Әлеге осорҙың әҙәби йәдкәрҙәре ерле диалекттарҙың үҙенсәлектәрен сағылдыралар. Әҙәби телдәр милләт формалашҡанда, ғәҙәттә, диалекттарҙың береһе — илдең сәйәси, мәҙәни, дини үҙәге халҡы диалекты нигеҙендә барлыҡҡа киләләр. Әлеге диалект, нигеҙҙә, бөтә халыҡ һөйләм телен сағылдыра. Башҡа диалекттар, әҙәби телде ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән өлешсә байытып, мөстәҡиллектәрен, төп үҙенсәлектәрен юғалталар, ҡала халҡының күпселек өлөшө һәм ауыл йәштәре ҡуллана торған ярым диалекттарга әүереләләр.
Социаль диалект — бөтә халыҡ теленән фәҡәт лексикаһы менән генә айырылып торған билдәле бер социаль төркөмдәр һөйләше. Социаль диалекттарга аусылар, балыҡсылар һ.б. ҙың профессиональ һөйләше; уҡыусылар, студенттар һәм спортсыларның жаргон һүҙҙәре; синфи йөҙен юғалтҡан элементтарҙың арго һүҙҙәре; халыҡтың билдәле бер иҡтисади, каста, дини һ.б. төркөмдәренә хас бөтә халыҡ теле варианттары керә.
Иҫкәрмәләр
- Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г. Д. Зайнуллина, 2002)