Дауыт-Ҡайып

Дауыт-Ҡайып (рус. Даут-Каюпово) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[1]. Почта индексы — 453334, ОКАТО коды — 80238875004.

Ауыл
Дауыт-Ҡайып
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Күгәрсен районы

Координаталар

52°36′46″ с. ш. 56°13′44″ в. д.

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 238 875 004

ОКТМО коды

80 638 475 116

Дауыт-Ҡайып (Рәсәй)
Дауыт-Ҡайып
Дауыт-Ҡайып
Дауыт-Ҡайып (Башҡортостан Республикаһы)
Дауыт-Ҡайып

Халыҡ һаны

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1900 йыл340
1920 йыл 26 август439
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар305
1959 йыл 15 ғинуар363
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар158
2002 йыл 9 октябрь187
2010 йыл 14 октябрь141766553,946,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 54 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Теләүембәт): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 80 км

Урамдары

  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)[3]

Тарихы

Дауыт һәм Ҡайып ауылдары бер үк ваҡытта барлыҡҡа килмәгән.

1795 йылдағы V ревизияла 6 ихатаһы һәм 36 кешеһе булған Дауыт ауылы күрһәтелгән, ә икенсеһе — Ҡайып әлегә билдәле булмаған. 1816 йылдағы етенсе ревизияла Дауыттың улдарының исемдәре күрһәтелгән. Олоһо, писарь, 38 йәшлек Ҡылысбай улдары Мөхәмәтйән, Абдрахман, Абдулбаян менән йәшәй. Кесе Йылҡыбайҙың Абдулғәлләм исемле улы була. Шул уҡ ревизия тәүге тапҡыр башҡорттарҙың вәкәләтле аҫаба кешеһе Ҡайып Тайлаҡовтың исеменән Ҡайып ауылы теркәгән. Ул 1789 йылда Туғыҙтимер йылғаһы буйында майор М. И. Бекович-Черкасҡа Туғыҙтимер йылғаһы буйында ер һатыуҙа ҡатнашҡан. Уның 1754 йылда тыуған улдары Йәғәфәр һәм 1758 йылда тыуған Ҡарабай билдәле. Һуңғының улдары Ҡуҙыбай, Динмөхәмәт, Алсынбай булған. Ауылда 8 йорт хужалығы була. VIII (1834) башланған артабанғы ревизияларҙа Дауыт-Ҡайып тигән исем менән бер ауыл күрһәтелгән. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 282 кеше йәшәгән 45 ихата булған. 1920 йылда 99 йорт хужалығының һәр береһенә 4,4 кеше йәшәгән. Был ауылда йәшәүсе Ғабдулхалик Әмир улы Үзбәков 1812 йылдағы Ватан һуғышында һәләк була[4]

Матбуғатта

  • Дауыт-Ҡайып ауылы. 18.03.2014йылМораҙым. 18 ноябрь 2020. Ут яна, юл һалына[5]
  • Мораҙым. 29 сентябрь 2020, Эшһөйәрҙәр затынан улар[6]
  • Башҡортостан. 19 ноябрь 2019, Ҡаһарманлыҡ мәңге онотолмаҫ[7]

Видеофильмдар

  • Яҡшыбаевтар шәжәрәһе. Дауыт — Ҡайып ауылы. 2018 йыл. 11 июль. 2018 г.[8]
  • Дауыт-Ҡайып ауылы. Еңеү көнө байрамы. 8 май 2018 йыл[9]
  • Алтмыш бишенсе йәшендә билдәле шағир, Рәмил Йәнбәк баҡыйлыҡҡа күсте. 12 ғинуар. 2017 йыл[10]

Ете мөғжизәһе

Башҡарҙы: Намаҙғолова Әҙилә Рөстәм ҡыҙы, 4-се класс. Етәксеһе: Сәлихова Лилиә Һаҙый ҡыҙы[11].

Топонимикаһы

Дауыт-Ҡайып ауылы тирәһендәге гидронимдар (башҡарҙы: Сәғитов Илгиз Ирәндек улы)[12].

Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Сығанаҡтар

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 145. 2022 йыл 27 март архивланған.
  5. YouTube сайтында Видео
  6. YouTube сайтында Видео
  7. YouTube сайтында Видео
  8. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 76 — 78-се биттәр
  9. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 95 — 110-сы биттәр
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.