Дауыл
Дауыл (шторм) — Ер шарының төрлө өлкәләрендә төрлө сәбәптәр менән барлыҡҡа килгән көслө ел, шулай уҡ диңгеҙҙәге тулҡынланыуҙар. Төрлө сығанаҡтар буйынса, ер өҫлөгөндә ел тиҙлеге (стандарт буйынса ер өҫтөнән 6 — 12 м бейеклектә үлсәйҙәр) 15—20 м/с (21-25 м/с йәки 75-88 км/сәғ). Ҡар, ҡом һәм һыу дауылы булыуы мөмкин. Дауыл ваҡытында ел тиҙлеге ураган ваҡытындағынан кәмерәк. Әммә дауыл ваҡытында ҡар һәм саң күсерелә. Был ауыл хужалығына, юл хеҙмәтенә һәм башҡа тармаҡтарға зыян килтерә.
![](../I/Aivazovsky%252C_Ivan_-_The_Ninth_Wave.jpg.webp)
![](../I/Ship_Garthsnaid%252C_ca_1920s.jpg.webp)
![](../I/Dennis_2005-07-07_1550Z.jpg.webp)
Сәбәптәре
Дауылда барлыҡҡа килтереү сәбәптәре:
Бофорт шкалаһы буйынса дауыл һәм урагандар
Бофорт шкалаһы буйынса ел тиҙлеге 20 м/с-тан артыҡ булғанда дауыл, ел тиҙлеге 32,6 м/с-тан артыҡ (12 балл) булғанда ураган тип атала. Шулай уҡ был шкала буйынса бүленә:
- ел 24,5-28,4 м/с (10 балл) тиҙлегендә көслө дауыл;
- ел 28,5-32,6 м/с (11 балл) тиҙлегендә ҡаты дауыл.
Тропик циклондары — урагандар
Тар мәғәнәлә, ураган тропик циклон тигәнде аңлата. Циклондар, барлыҡҡа килгән урыны буйынса түбәндәгесә бүленә:
- Субтропик шторм
- Тропик шторм
- Ураган (Атлантик океанда)
- Тайфун (Тымыҡ океанда)
Тропик циклонда ел тиҙлеге 60 км/сәғ артыҡ булһа, ураганға исем бирелә.
Ҡар бурандары
Америка ғалимдары билдәләгәнсә, төньяҡ киңлектәр өсөн, тиҙлеге 15 м/с (56 км/сәғ) артыҡ булған ҡышҡы елде дауыл тип атарға була. Был ваҡытта температура −7 °C-тан түбәнерәк була. Ҡар дауылы территорияһы бик киң булыуы мөмкин.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Броунов П. И. Бури // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)