Географик карта

Географик картаЕр өҫтөнөң яҫылыҡтағы кесерәйтеп дөйөмләштерелгән һүрәте, картаның тәғәйенләнешенә ярашлы һайлап алынған һәм һүрәтләнгән ижтимағи һәм тәбиғәт күренештәренең урынлашыуын, бәйләнештәрен күрһәтә.

Донъяның физик картаһы.

Классификация

Географик карталар тамғаларҙан торған мәғлүмәт биреүсе, оригиналға ҡарата аралыҡ-ваҡыт буйынса оҡшаш, метрик, күҙәтмәле моделдәр итеп ҡарарға кәрәк. Географик карталар махсус математик закондарға таянып төҙөү (картографик проекция), күренештәрҙе айырым билдә системалары — картография символдары ярҙамында биреү (картографик легенда), һүрәтләнгән күренештәрҙе һайлап алыу һәм дөйөмләштереү (картографик генерализация, системалылыҡ) хас.

Бүленеше

Йөкмәткеһе буйынса — дөйөм географик, тематик (ижтимағи һәм тәбиғәт күренештәре һ.б. карталары), махсус; һүрәтләгән биләмәләре буйынса — донъя, төбәк һәм локаль; масштабы буйынса ҙур, уртаса һәм бәләкәй масштаблы, электрон географик карталарға һ.б. бүләләр.

Тарихы

Башҡортостан территрияһының иң тәүге картографик һүрәтләнеше Птолемейҙың донъя картаһында бирелә (яҡынса б.э. 90 — 160 йй.): картала Ра й. (Волга) түбәнге ағымынан көнсығыштараҡ Даикс й., йәғни Яйыҡ йылғаһы (Урал) һәм уның уң ҡушылдыҡтары (Таналыҡ һәм Һаҡмар йылҡалары), унан төньяҡ-көнбайышҡа табан Риммикей (Урал) тауҙары төшөрөлгән. Мәхмүт Ҡашғариҙың түңәрәк донъя картаһында Атиль й. (Волга) һәм Урал тауҙары, башҡорт, татар далалары һ.б. һүрәтләнгән. Башҡортостан терр‑яһының геогр. объекттары Иҙрисиҙең карталар йыйылмаһында бирелгән. Монастырь карталары (“Т—О” тибындағы) тип аталған Лейпциг, Англо-Сакс һ.б. карталарҙа Урал тауҙары (Riphei montes) төшөрөлгән; төбәктең ҡайһы бер геогр. объекттары Паулинус де Венетиистың диск рәүешендәге картаһында (яҡынса 1320 й.) осрай. Урта быуат Көнбайыш Европа өсөн Башҡорт (Паскерти, Паскатир, Пашхерти һ.б. варианттары) һәм Өфө атамаларын тиңләү хас. Бер туған Пициганоларҙың картаһында (1367) Pascerty тип яҙылған ҡала күрһәтелгән; Фра-Мауроның донъя картаһында (1459) Каспий диңгеҙе, Волга, Яйыҡ йй., Урал тауҙары, Бөйөк Һарай билдәләнгән. Урыҫ Г.к. Башҡортостан т‑дағы мәғлүмәттәр 16 б. күренә башлай, улар “юл китаптарын” — хеҙмәтле кешеләр өсөн юл күрһәткестәр төҙөүгә бәйле. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң “Ҙур Һыҙмалар китабында” (“Книга Большому Чертежу”, 1627), С.У.Ремезовтың һәм уның улдарының карталарында терр‑я ентекле тасуирлана; 1723 й. геодезик планлы төшөрөү (ҡара: Геодезия) нигеҙендә тәүге тапҡыр Өфө өйәҙе картаһы эшләнә. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) ваҡытында өйрәнелгән терр‑ялар, Яйыҡ й. басс., Көньяҡ Урал файҙалы ҡаҙылмаларының (1740) һ.б. карталары төҙөлә. 1755 й. И.Красильников етәкс. Ырымбур губ. ген. картаһы өҫтөндә эш тамамлана. Академик экспедициялар материалдары б‑са файҙалы ҡаҙылмаларҙың ген. картаһы (1765 й.; 150‑нән ашыу ятҡылыҡ билдәләнгән); Ырымбур губ. дөйөм геогр. картаһы (1772; И.Ф.Трускотт) төҙөлә. Адм. үҙгәртеп ҡороуҙар яңы Г.к. барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә: “Наместниклыҡтарға бүленгән Рәсәй империяһының яңы картаһы” (“Новая карта Российской империи, разделённой на наместничества”; 1786), “Өфө наместниклығы картаһы” (“Карта Уфимского наместничества”; 1786, А.Либен, П.Ушаков), “13 өйәҙгә бүленгән Өфө наместниклығының генераль картаһы” (“Генеральная карта Уфимского наместничества, разделённого на 13 уездов”; 1781) һ.б. Генераль ыҙанлау барышында дайсаларҙың ентекле пландары һәм карталары эшләнә. 19 б. 20‑се йй. алып Хәрби топографтар корпусы ҙур масштаблы Г.к. төҙөй (ҡара: Топография). Идара итеүҙең кантон системаһы “Башҡорт кантондарының сиктәре күрһәтелгән Ырымбур өлкәһе картаһы”нда (“Карта Оренбургского края с указанием границ башкирских кантонов”; 1850, И.Ф.Бларамберг) сағыла. 19 б. уртаһынан геол., тупраҡтар, урмандар, тау з‑дтарының урынлашыу, приискылар һәм рудниктар, ауылдар һ.б. карталары төҙөлә. 20 б. башында земство карталары: ауылдарҙы ентекле һүрәтләгән өйәҙ, ер төҙөлөшө карталары һ.б. нәшер ителә. Революциянан (1917) һуң БашҮБК Административ комиссияһы тарафынан Бәләкәй Башҡортостан (1920), кантондар карталары (1925—28) һ.б. төҙөлә. 1905—08 йй. этнографик экспедиция йомғаҡтары б‑са С.И.Руденко, Ф.А.Фиельструп “Башҡорттарҙа көнкүреш элементтары таралыу картаһы” (“Карта распространения бытовых элементов у башкир”) һәм “Башҡорт крайы халҡының ҡәбилә составы” (“Карта племенного состава населения Башкирского края”; 1925) төҙөй. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре б‑са БАССР‑ҙың геология, тупраҡтар, геоботаника, климат карталары төҙөлә. Республиканың административ‑терреториаль ҡоролошоноң үҙгәреүе административ‑сәйәси карталарҙа сағылыш таба (1932, 1953, 1972 һ.б.). 20 быуат уртаһынан геология, геодинамика, геотермия, геохимия, ландшафты өйрәнеү ғилеме, климатология һ.б. буйынса яңы тематик географик карталар төҙөлә.

Географик карта // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.