Гаутама Будда
Бу́дда (563 б. э. т. — 483 б. э. т.[1]; ) — рухи остаз, буддизм диненә нигеҙ һалыусы Сиддхартха Гаутамаға бирелгән исем. Тағы бер исеме Ша́кьямуни (санскр. गौतमबुद्धः सिद्धार्थ शाक्यमुनि, вьетн. Thích-ca Mâu-ni) һүҙмә-һүҙ «Шакья (Сакья) затынан тыуған аҡыл эйәһе». Шулай уҡ буддизм динендә рухи камиллашыуҙың иң юғары торошо.
Сиддхартха Гаутама | |
| |
Тыуған көнө |
яҡ. б.э.т. 563 йәғни б.э.т. 623 йыл |
---|---|
Тыуған урыны |
Лумбини (хәҙерге Непал) |
Вафат көнө |
яҡ. б.э.т. 483 йәғни б.э.т. 543 йыл (80 йәш) |
Вафат булған урыны |
Кушинагар (хәҙерге Һиндостан) |
Мәктәп/традиция |
буддизмды нигеҙләүсе |
Оказавшие влияние |
Кассапа Будда |
Испытавшие влияние |
Майтрея Будда |
Тыуғанда Сиддха́ттха Гота́ма (пали) / Сиддха́ртха Гаута́ма (санскрит) («Готама тоҡомонан, ниәттәренә өлгәшеүҙә уңышлы»), һуңынан Будда исемен ала (һүҙмә-һүҙ «Уянған»), Юғары будда (Sammāsambuddha) тип тә исемләйҙәр. Шулай уҡ: Татха́гата («былай килгән кеше»), Бхагаван («Алла»), Сугата (Дөрөҫ китеп барыусы), Джина (Еңеүсе), Локаджьештха (Ғаләм ололаған) тип тә йөрөтәләр.
Гаутама — легендар шәхес
Сиддхартха Гаутама буддизмдағы төп кеше. Уның тормошон һүрәтләгән ниндәйҙер ваҡиғалар, фекерҙәре, уҡыусылары менән әңгәмәләре, монастырь васыяттары үҙе вафат булғандан һуң, юлын дауам итеүселәр тарафынан «Трипитаки» будда ҡануны нигеҙенә һалына. Будда күп дхарма диндәре: бон (уң бон) һәм индуизм персонажы булып тора.
Будда Шакьямуниның тыуған көнө — Ҡалмыҡ Республикаһында милли байрам.
Будда биографияһы
Будда тормошон тергеҙеү өсөн хәҙерге фәндә материалдар етерлек түгел. Шуға Будда биографияһын будда текстарынан («Будда тормошо» Ашвагхоши, «Лалитавистара») өйрәнелә.
Будда үҙенән һуң бер ниндәй ҙә яҙмалар ҡалдырмай. Буддаға бәйле тексттар уның үлеменән 400 йыл үткәс кенә килеп сыға. Уның тураһындағы хикәйәләргә монахтар үҙгәрештәр индерә, Будда[2] һынын ҙурайталар.
Боронғо һиндтар фәлсәфәүи сифаттарға баҫым яһай, Шакьямуни уйҙарына өҫтөнлөк бирә[3].
Алдағы тормоштары
Киләсәк Будда Шакьямуниның аң юлы уның «үлем һәм тормош әйләнеше тәгәрмәсенән» сыҡҡас, йөҙәр ғүмер алдан башлана. Был юл бай ғалим брахман Сумедханың будда Дипанкара менән осрашыуынан башлана. Сумедха будданың тыныслығына таң ҡала, һәм үҙенең ошо хәлгә етәсәге тураһында һүҙ бирә. Шуға уны «бодхисаттва» тип атай башлайҙар.
Сумедха үлеменән һуң уның аңға ынтылышы кеше, йәнлек тәндәрендә тыуыуға бәйле. Был тормоштар ваҡытында бодхисаттва аҡылын, шәфҡәтлеген камиллаштыра, һәм һуңғы килеүенән алда аллалар араһында тыуа, унда үҙенең һуңғы тыуыуы өсөн ерҙә урын һайлай ала. Киләсәктә вәғәздәренә кеше нығыраҡ ышанһын өсөн, ул хөрмәтле шакьялар батшаһы ғаиләһен һайлай[4].
Тыуыуы
Ғәҙәткә ингән биографияға[5] ярашлы, Будданың атаһы шакьялар ырыуы башлығы, раджа Шуддходана була. Ҙур булмаған кенәзлектең баш ҡалаһын Капилаваттху (Капилавасту) тип йөрөтәләр. Гаутама — уның готраһы, хәҙерге фамилияға оҡшаш.
«Раджа» тип йөрөтһәләр ҙә, Шакьялар дәүләтендә республика идара итеү рәүеше була, ул кшатриҙар (сабхи) идара йыйылышы ағзаһы була[6].
Сиддхартханың әсәһе, Маха Майя батшабикә, Шуддходананың ҡатыны, колиҙар батшалығы принцессаһы.
Шакьялар йолаһы буйынса, Махамайя бала тыуҙырырға ата йортона юл ала, әммә бала Лумбини[7] сауҡалығында (хәҙерге Непал һәм Һиндостан сигенән 20 км, Непал баш ҡалаһы Катмандунан 160 км алыҫлыҡта), ашока[8] ағасы аҫтында доньяға килә. Бала шунда уҡ аяғына баҫа, үҙен кеше һәм аллаларҙан өҫтөн булыуын әйтә.
Сиддхартха Гаутаманың тыуған көнө, майҙа ай тулған ваҡыт, будда дәүләттәрендә киң байрам ителә (Весак). Тыуған урынында музей эшләп килә, нигеҙ һәм диуар өлөшө ҡаҙылмалары кешеләр өсөн асыҡ.
Күп сығанаҡтарҙа Махамайя бала тыуып, бер нисә көн үткәс, үлеп ҡала тиелә.
Балаға фатиха бирергә саҡырылған дәрүиш Асита уның тәнендә бөйөк кешенең 32 билдәһен таба. Ул баланың киләсәктә бөйөк батша (чакравартин), йәки бөйөк әүлиә (Будда)[9] буласағын әйтә.
Шуддходана балаға исем ҡушыу йолаһын тыуыуына бишенсе көндә үткәрә, Сиддхартха тип исем ҡуша («ниәтенә өлгәшкән» тигәнде аңлата). Һигеҙ ғалим брахман саҡырыла, улар ҙа Сиддхартханың киләсәге ҡаршылыҡлы буласағын әйтә[9].
Иртә тормошо, никах
Сиддхартханы әсәһенең кесе һеңлеһе Маха Паджапати тәрбиәләй. Бөйөк батша булыуын теләп, атаһы уны төрлө диндән, кеше ғазаптары тураһындағы белемдән һаҡлай. Малай өсөн махсус өс һарай төҙөлә[10]. Фән, спорт буйынса тиҫтерҙәренән өҫтөн, фекерләүгә әүәҫ була.
16 йәше тулғас, атаһы уны принцесса Яшодхараға өйләндерә. Бер нисә йылдан улдары Рахула тыуа. Сиддхартха тормошоноң 29 йылын принц Капилавасту булып үткәрә. Атаһы тормошта кәрәк барлыҡ нәмәне бирһә лә, Сиддхартха матди байлыҡтың тормоштоң төп маҡсат түгеллеген тоя[10].
Принцҡа 29 йәш тулғас, ул Чанна менән һарай аръяғына сыға, унда киләһе тормошон үҙгәрткән дүрт күренеш күрә. Ул да булһа: ярлы ҡарт, ауырыу кеше, мәйет һәм дәрүиш. Ошо ваҡытта Гаутама ғүмерҙең — аяуһыҙ, ауырыу, ыҙа, ҡартлыҡ, үлем ҡотолғоһоҙ булыуын аңлай, байлыҡ, дан унан ҡотҡара алмаҫ, үҙ-үҙеңде аңлау юлы — ҡайғылар сәбәбен өйрәнеү өсөн берҙән-бер юл икәненә төшөнә. Быны аңлағас, Гаутама 29 йәшендә өйөн, ғаиләһен, мөлкәтен ҡалдырып, ҡайғыларҙан ҡотолоу юлын эҙләргә сығып китә.
Баш тартыу, дәрүишлек
Сиддхартха һарайын хеҙмәтсеһе Чанна менән ҡалдыра. Риүәйәттә әйтеүенсә, сығып китеүе сер итеп ҡалһын өсөн, «ат тояҡтары тауышын аллалар кәметә»[11]. Ҡала аръяғына сыҡҡас, батша улы ҡаршыһына сыҡҡан ярлы менән кейемен алмаштырып, хеҙмәтсеһен кире ебәрә. Был хәлде «Бөйөк Эшмәкәрлек» тип атайҙар.
Сиддхартха дәрүиш тормошон Раджагриху урамдарында хәйер һорауҙан башлай. Уның сәйәхәте тураһында Бимбисара батша белеп ҡалғас, Сиддхартхаға батша тәхетен тәҡдим итә. Сиддхартха тәҡдимдән баш ҡаға, әммә зиһене асыҡланыуынан һуң Магадха батшалығы аша үтергә вәғәҙә итә.
Сиддхартха Раджагахунан китеп, йога медитацияһын ике брахман-дәрүиштән өйрәнә. Тәүҙә белемде уға Алара (Арад) Калама бирә, һуңынан Удака Рамапута (Удрака Рамапутра) уҡыта, медитатив йүнәлтеүҙең юғары баҫҡысына менгәс, уҡытыусыларын ҡалдыра[12].
Сиддхартха көньяҡ-көнсығыш Һиндостанға юл ала. Унда биш юлдаш менән Каундинья (Конданна) етәкселегендә ҡаты аскетлыҡ һәм тәнде йәнһеҙләндереү аша рухи ҡәнәғәтлеккә ынтыла. 6 йылдан һуң, үлем сигендә, был ысулдарҙың аңды томалап, тәнде ыҙалатыуын аңлай. Бынан һуң Сиддхартха бала сағын иҫкә төшөрә, ер һөрөү байрамы күҙ алдына баҫа, иғтибарлыҡ, дхьянаға инеүен аңлай.
Зиһен асыҡланыуы
Гаутаманы дүрт юлдашы, эҙләнергә теләмәй тип, ҡалдыралар. Шуға күрә артабанғы сәйәхәтен бер үҙе дауам итә, Гайя янындағы сауҡалыҡҡа барып етә.
Бында, уның әлһерәгәнен күреп, Суджату исемле ауыл ҡатыны уға һөт менән дөгө ашата. Сиддхартха Гаутама, Бодхи ғибәҙәтханаһына инә - фикус ағасы аҫтына ултырып (икенсе төрлө уны Бодхи ағасы тип атайҙар, рус телендә "Фикус священный", ә ғилми телдә -"Ficus religiosa"), хәҡиҡәтте тапмайынса тормаҫҡа үҙенә ант итә.
Шайтан Мара аҙҙырырға тырышһа ла, Сиддхартха Гаутама бирешмәй, шуға күрә Мара ниәтен үҙгәртә.
49 көнлөк медитациянан һуң, вайшакханың[13] тулы айында, үҙе тыуған төндә, 35 йәше тулған Сиддхартха Гаутама зиһене уяныуға ирешә, кеше хәсрәттәренең тәбиғәте һәм сәбәбе — наҙанлыҡ икәнен, унан ҡотолоу юлдары асыла. Был белем һуңынан «Дүрт намыҫлы хәҡиҡәт», барыһы ла тоя алған иң юғары уяныу хәле ниббана (пали) йәки нирвана (санскрит) тип йөрөтөлә. Ошонан һуң Гаутаманы Будда йәки «Зиһене асылған» тип исемләйҙәр.
Һаран, көнсөл, алдаҡсы кешенең Дхарманы аңламаҫ тип икеләнһә лә, Будда белемен башҡаларға еткерергә була.
Сангхиның барлыҡҡа килеүе
Будданың тәүге уҡыусылары булып ҡаршыһына осраған Тапусса һәм Бхаллика һанала. Будда уларға башынан бер нисә сәсен бирә, улар Шведагон пагодаһында һаҡлана.
Будда Варанасиға, элекке уҡытыусыларына юллана, әммә аллалар уларҙың үлеме хаҡында хәбәр итә.
Шунан һуң Будда Боландар Сауҡалығына (Сарнатх) китә, унда тәүге «Дхарма тәгәрмәсенең беренсе боролошо» вәғәзен уҡый, тыңлаусылары будда сангхиның беренсе ағзалары булып, Өс ҡиммәт (Будда, Дхарма, Сангха) ойоша.
Һуңынан сангхаға 54 юлдашы менән Яса, өс ағалы-ҡустылы Кассаптар уҡыусылары менән (1000 кеше) ҡушыла, улар Дхарманы кешеләргә еткерә.
Тәғлимәттең таралышы
Ғүмеренең ҡалған 45 йылын Будда Ганг йылғаһы үҙәне буйлап Һиндостан үҙәгендә сәйәхәт итә, уҡытыу эшен дауам итә.
Бимбисара батша, буддизмға ылығып, Раджагриха ҡалаһы янында монастырь бүләк итә. Бай сауҙагәр Анатхапиндада Шравасти ҡалаһы янындағы сауҡалыҡты тапшыра.
Атаһының оҙаҡламай үләсәге тураһында белеп ҡалғас, Будда Шуддходанаға бара, уға Дхарма тураһында һөйләй. Шуддходана үлеме алдынан ғына архат була. Иренең үлеменән һуң үгәй әсәһе Маха Паджапати Сангхаға ҡушылыу тураһында һорай, әммә Будда ризалашмай, Раджагахаға кире юллана. Маха Паджапати ризалашмауын кире ҡаға, һәм Шакья һәм Колия тоҡомдарының намыҫлы ҡатындары төркөмөн етәкләп, Сангха артынан китәләр. Будда уларҙың зиһен асылыуы ирҙәрҙекенә тиң тип, Сангхаға ҡабул итә, әммә улар өсөн өҫтәмә ҡағиҙәләр индерә.
Будданы төрлө дини төркөмдәр үлтермәксе булалар.
Үлем/Махапаринирвана
80 йәшендә Будда тиҙҙән Паринирванаға (үлемһеҙлектең һуңғы аҙымы) етеп, ерҙәге тәнен бушатыуын иғлан итә. Тимерсе Кунданан һуңғы аҙығын ҡабул итә[14].
Риүәйәттәрҙең берәүһенә ярашлы, үлеме алдынан Будда уҡыусыларынан шик йә һорауҙар тураһында һорай, бер нәмә лә булмай. Һуңынан ул
Паринирванаға күсә; һуңғы һүҙҙәре: «Бар ҡушма әйберҙәр ҡыҫҡа ғүмерле. Ҙур тырышлыҡ менән үҙегеҙҙе бушатыуға ынтылығыҙ» була. Будда Гаутаманың мәйете Бөтә ғаләм башлығыныҡы кеүек йола буйынса яндырыла (чакравартина). Мәйет ҡалдыҡтары һигеҙ өлөшкә бүленеп, мотлаҡ күтәрелгән киле аҫтында һаҡлана. Ул һәйкәлдәрҙең беҙҙең заманға тиклем һаҡланыуын фаразлайҙар. Мәҫәлән, Далада Малигава Шри-Ланкала — Будданың теше һаҡланған урын.
Будда уҡыусыларына уҡытыусы артынан түгел, ә ғилем, Дхарма, артынан барыуҙарын васыят итеп ҡалдыра.
Иҫкәрмәләр
- Даты его жизни не поддаются точному определению, и различные историки датируют его жизнь по разному: 624—544 гг. до н. э.; 623—543 гг. до н. э.; 563—486 гг. до н. э.; 571—491 гг. до н. э.; 453—373 гг. до н. э.; 448—368 гг.
- Michael Carrithers, The Buddha, 1983, pages 13, 14.
- Carrithers, page 15.
- Роберт Ч. Лестер (пер. Коваль А. Н.) Буддизм // Религиозные традиции мира т. 2 — М.: КРОН-ПРЕСС, 1996 — стр. 308—309 — ISBN 5-232-00313-5;
Буддхавамса. - Armstrong, Karen (2000), «Buddha», (UK) Orion, ISBN 978-0-7538-1340-9
- Ермакова Т. В., Островская Е. П. Классический буддизм — СПб.:Петербургское Востоковедение,1999 — ISBN 5-85803-132-3.
- Buddhanet.net
- Sarca indica, Ashoka Tree, Ashoka 2011 йыл 11 июль архивланған. (англ.). Проверено 6 ноября 2010. .
- Narada.
- Narada (1992), p14
- Narada (1992), pp15-16
- Narada (1992), pp19-20
- в некоторых традициях считается, что это произошло в пятом лунном месяце, в других — в двенадцатом
- Maha-parinibbana Sutta (DN 16), verse 56
Әҙәбиәт
- Андросов В. П. Будда Шакьямуни и индийский буддизм. — М.: Вост. лит., 2001.
- Арья Шура. Гирлянда Джатак, или Сказания о подвигах Бодхисаттвы / пер. с санскр. А. П. Баранникова и О. Ф. Волковой. — М.: Вост. лит., 2000.
- Булич С. К. Шакъямуни // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- Жизнь Будды / Ашвагхоша. Драмы / Калидаса; пер. К. Бальмонта; введение, вступ. статья, очерки, науч. ред. Г. Бонгард-Левина. — М.: Худож. лит., 1990. — 573 с.
- Жизнь Будды / сост. С. А. Комиссаров. — Новосибирск: Наука, 1994.
- Карягин К. М. Сакиа-Муни (Будда). Его жизнь и философская деятельность. Биографический очерк. — СПб., 1897.
- Лысенко В. Г. Будда как личность или личность в буддизме // Бог — человек — общество в традиционных культурах Востока. — М.: Наука, 1993. — С. 121—133.
- Ольденбург С. Ф., Владимирцов Б. Я., Щербатской Ф. И., Розенберг О. О. Жизнь Будды, индийского Учителя Жизни. Пять лекций по буддизму. — Самара: Агни, 1998.
- Будда Сидхартха // Религия: Энциклопедия / сост. и общ. ред. А. А. Грицанов, Г. В. Синило. — Мн.: Книжный Дом, 2007.
Һылтанмалар
- Александр Берзин. Жизнь Будды Шакьямуни
- Жизнь Сиддхартхи Гаутамы (Шакьямуни Будды) (недоступная ссылка с 14-05-2013 (885 дней) — история) (по материалам Д-ра George Boeree, университет Shippensburg)
- Жизнеописание Будды, согласно Палийскому канону (англ.)
- http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc3p/79438
- http://ariom.ru/wiki/budda 2015 йыл 12 ноябрь архивланған.