Галле (Саксония-Анхальт)

Галле (Саксония-Анхальт) (нем. Halle (Saale)) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан ҡала.

Галле
нем. Halle (Saale)
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Halle (Saale)[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы Ha[2] һәм Halle/Saale[2]
Архивы хранятся в Stadtarchiv Halle[d]
Дәүләт  Германия[3]
Административ үҙәге Залькрайс[d] һәм Галле[d]
Административ-территориаль берәмек Саксония-Анхальт
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Зале[d] һәм Вайсе-Эльстер[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан metropolitan area Leipzig-Halle[d]
Хөкүмәт башлығы Бернд Виганд[d]
Ойошма ағзаһы Союз городов Лютера[d], Climate Alliance[d][4][5] һәм Мэры за мир[d][6]
Халыҡ һаны 238 061 кеше (31 декабрь 2021)[7]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 87 метр[8]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Туғандаш ҡала Линц[9][10], Гренобль, Оулу ҡалаһы, Карлсруэ[d][11], Өфө, Цзясин[d], Саванна[d], Хильдесхайм, Коимбра һәм Сфакс ҡалаһы
Милке Logenhaus Halle[d] һәм Stadtwerke Halle[d]
Сиктәш Зале[d]
Туристический центр Tourist-Information Halle[d]
Майҙаны 135,03 км² (31 декабрь 2017)[12]
Почта индексы 06108–06132
Рәсми сайт halle.de
Урынлашыу картаһы
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Галле (Саксония-Анхальт)[d]
Урындағы телефон коды 0345
Номер тамғаһы коды HAL
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Галле (Саксония-Анхальт)[d]
Категория для видов элемента Category:Views of Halle (Saale)[d]
 Галле Викимилектә

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡалала 232 963 кеше йәшәй. Майҙаны — 135,02 км2. Диңгеҙ кимәленән 87 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 06099-06132 һәм автомобиль коды — HAL.

Тарихы

Галле (Һалле) беренсе тапҡыр 806 йылда иҫкә алына.

Галленың төп вокзалы

Тоҙ сығанаҡтарының уңайлы урынлашыуы беренсе тораҡтар барлыҡҡа килеүгә сәбәп була. «Галле» һүҙе кельт теленән барлыҡҡа килгән тип һанала һәм «тоҙға бай урын» тигәнде аңлата. Тоҙ ҡаланың яҙмышын хәл итә: бер яҡтан, ул ошо аш тәмләткес арҡаһында һәр саҡ имен һәм бай булып ҡала; икенсе яҡтан, тоҙ ҡайнатыу сәнәғәтенең артабанғы үҫеше һәҙәмтәһендә бында ГДР йылдарында барлыҡ химия заводтары туплана һәм был төбәк экологияһына кире йоғонто яһай.

Ҡала тарихы IX быуаттан, франк хакимы Бөйөк Карл бында Франктар империяһының көнсығыш сиктәрендә һаҡ ҡоролмалары төҙөп, ҡәлғәгә нигеҙ һалғандан башлана. Ҡала статусы 981 йылда император Оттон Икенсе тарафынан бирелә. Х быуат уртаһынан Һалле 700 йыл дауамында Магдебург архиепископлығы составына инә.

XIII быуатта Һалле тарихы Магдебург епископтары менән көрәштә үтә; 1478 йылда Эрнест Саксонский ҡаланы баҫып ала һәм 1464 йылда 30 йыллыҡ һуғыш барышында янғындан юҡҡа сыҡҡан Морицбург цитаделен төҙөй. Һалле үҙ тарихында, бигерәк тә Ете йыллыҡ һуғышта, бик күп баҫҡынсылыҡ кисерә[13].

Галлела опера бинаһы

1648 йылда ҡала Бранденбург курфюршество составына индерелә, ә ул Пруссия короллегенә әйләнгәс, Пруссия ҡалаһы булып китә.

1694 йылда ҡалала университет асыла, 1817 йылда ул университет ҡалаһы Виттенберг менән берләштерелә[14]; 1933 йылдан берләштерелгән университет Мартин Лютер исемендәге Галле-Виттенберг университеты исемен йөрөтә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Һалле тулыһынса үҙенең тарихи үҙәген һаҡлап ҡала, ә унан 40 саҡырым алыҫлыҡта булғын Лейпцигта айырым биналар ғына һаҡланып ҡала. ГДР ваҡытында ҡала Һалле округының баш ҡалаһы була.

Рәсми сайттаГибихенштайн замогынан ҡала панорамаһын күҙәтергә мөмкин(нем. Burg Giebichenstein)[15].

Әлеге ваҡытта ҡаланан халыҡтың Дрезденға, берлинға, Лейпцигка күпләп китеүе күҙәтелә. Эре ҡалалар менән сағыштырғанда бында эшһеҙлек кимәле юғары.

Ҡаланан алыҫ түгел ҡаҙылма үҫемлектәр һәм хайуандар ҡалдыҡтары менән билдәле Гейзельталь һоро күмер бассейны бар. Ҡаланан көньяҡтараҡ эре нефть эшкәртеү комбинаты урынлашҡан.


Халҡы

Йыл Халҡы
13004000
15007000
160010 000
16824000
175113 460
180015 159
182023 408
3 декабрь 1852 ¹35 076
3 декабрь 1855 ¹35 500
3 декабрь 1861 ¹41 500
3 декабрь 1864 ¹45 800
3 декабрь 1867 ¹48 900
1 декабрь 1871 ¹52 600
1 декабрь 1875 ¹60 503
Йыл Халҡы
1 декабрь 1880 ¹71 484
1 декабрь 1885 ¹81 982
1 декабрь 1890 ¹101 401
2 декабрь 1895 ¹116 304
1 декабрь 1900 ¹156 609
1 декабрь 1905 ¹169 899
1 декабрь 1910 ¹180 843
1 декабрь 1916 ¹157 913
5 декабрь 1917 ¹155 059
8 октябрь 1919 ¹182 326
16 июнь 1925 ¹194 575
16 июнь 1933 ¹209 169
17 май 1939 ¹220 092
1 декабрь 1945 ¹212 382
Йыл Халҡы
29 октябрь 1946 ¹222 505
31 август 1950 ¹289 119
31 декабрь 1955289 680
31 декабрь 1960277 855
31 декабрь 1964 ¹273 987
1 ғинуар 1971 ¹257 261
31 декабрь 1975237 349
31 декабрь 1981 ¹232 622
31 декабрь 1985235 169
31 декабрь 1988236 044
31 декабрь 1990 ²310 234
31 декабрь 1995282 784
31 декабрь 2000247 736
30 сентябрь 2005237 513

¹ Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре
² 6 май, 1990: Халле һәм Халле-Нойштадт берләшә

Иҫтәлекле урындары

  • Морицбург замогы — Саксония-Анхальт еренең художество музейы.
  • Галлелағы собор (Саксония-Анхальт) XIII быуат төҙөлөшө — Галлелағы иң боронғо сиркәү бинаһы.
  • Мәрйәм Ана сиркәүе XVI быуат — ҡала символы.
  • Готик архитектура Изге Маврикий сиркәүе.
  • Август Герман Франкеның социаль учреждениелар комплексы (нем. Franckesche Stiftungen) — донъяла ошондай боронғо урынларҙың береһе; уның территорияһында Европалағы фахверк йорто урынлашҡан.
  • Баҙар майҙанында Роланд статуяһы.
  • Гибихенштайн замогы — Заале йылғаһындағы урта быуаттарҙың ҡалдыҡтары ҡалған замок.
  • Ҡаланың төньяғында Заале йылғаһы аша Гибихенштейнбрюкке күпере.

Билдәле шәхестәре

  • Франц, Роберт (1815—1892) — немец композиторы, дирижёр ҙәм органист.
  • Зоданн, Петер[de] (1936) — немец театр һәм кино актёры.
  • Баумгартен, Зигмунд Якоб (1706—1757) — XVIII быуаттың бөйөк немец дин әһеле.
  • Билькенрот, Георг (1898—1982) — немец ғалимы, профессор, ГДР Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.
  • Геншер, Ганс-Дитрих (род. 1927) — немец сәйәсмәне, Германияның Азат демократик партияһы ағзаһы.
  • Фолькман, Рихард (1830—1889) — немец хирургы.
  • Юглер, Лоренц (1692—1764) — немец натуралисы, сәйәхәтсе.
  • Гендель, Георг Фридрих (1685—1759) — немец һәм инглиз композиторы.
  • Кантор, Георг (1845—1918) — немец математигы.

Туғандаш ҡалалар

Әҙәбиәт

  • Галле, город // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. СПб., 1908—1913.

Ҡалып:Районы в Саксонии-Анхальт (с 2007) Ҡалып:Города Германии Ҡалып:Ганза


Иҫкәрмәләр

  1. http://www.halle.de/Publications/7689/sr_107-05_lesefassung_5__nderung_hauptsatzung.pdf
  2. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  3. archINFORM (нем.) — 1994.
  4. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  5. http://www.halle.de/de/Verwaltung/Umwelt/Klimaschutz-und-Energie/Das-Klima-Buendnis/
  6. http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  7. https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Archiv/GVAuszugQ/AuszugGV4QAktuell.html (нем.)DESTATIS, 2023.
  8. (unspecified title) (нем.)Landesamt für Vermessung und Geoinformation Sachsen-Anhalt.
  9. http://www.halle.de/en/Town-Halle-Council/Towns-twinned-with-Halle/Twinned-Towns/
  10. https://www.linz.at/politik/6381.php
  11. https://www.karlsruhe.de/b4/international/staedtepartnerschaften/halle
  12. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal)Federal Statistical Office.
  13. Галле // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  14. Галле, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  15. Burg Giebichenstein

Һылтанмалар


This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.