Вәлиев Салауат Мөҙәрис улы

Вәлиев Салауат Мөҙәрис улы ( 12 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (43 йәш), Лағыр, Башҡорт АССР-ы) — актёр, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).

Салауат Мөҙәрис улы Вәлиев
Тыуған ваҡыты:

12 июнь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны:

Лағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022)

Биографияһы

Вәлиев Салауат Мөҙәрис улы 1980 йылдың 12 июлендә Башҡортостандың Салауат районы Лағыр ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә (1997), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасимова төркөмөндә белем ала. Төркөм Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры өсөн махсус тупланған курс була. 2001 йылда юғары уҡыу йортоноң тетар бүлеген уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Сибайҙа башлай. 2008 йылдан бөгөнгә тиклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы[1][2].

Ролдәре

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Сибай башҡорт дәүләт драма театрының профсоюз ойошмаһы рәйесе[2].

Ғаиләһе

Өйләнгән, хәләл ефете менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022)[3].
  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй һөнәри берлеге Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙы (2021).

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.