Венеция

Венеция (итал. Venezia) — Италияның төньяғындағы ҡала. Халыҡ һаны яҡынса 270,4 мең кеше (2009 йылда). Адриатик диңгеҙендәге порт. Әһәмиәтле туризм үҙәге.

Населённый пункт
Венеция
итал. Venezia һәм Venetian: Venesia
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Италия

Район

Венеция (провинция)

Координаталар

45°26′ с. ш. 12°19′ в. д.

Башлыҡ

Луиджи Бруньяро[d][2]

Телефон коды 041
Венеция (Италия)
Венеция
Венеция

Венеция йөҙ илленән артыҡ канал менән бүлгеләнгән ун һигеҙ утрауға урынлашҡан. Материктан һөжүм итеп торған варварҙарҙан һаҡланыр өсөн уны махсус утрау өҫтөнә һалғандар. Хәҙер ҡаланы континент да Понте делла Либера күпере тоташтыра, шуға өҫтәп, ҡаланың эсендә тағы дүрт йөҙ күпер бар.

Венецияның ҡитғалағы өлөшөн Местре тиҙәр. Шундағы Кавалкавиа (ат юлы) тип аталған майҙандан диңгеҙ яғына автобустар йөрөй.

Тарихи белешмә

Готтар, һуңынан лангобардтар Италияның был төбәгенә һөжүм итә башлағас, Венеция ҡултығы ярҙарында йәшәүсе балыҡсылар һәм диңгеҙселәр йорттарын диңгеҙҙән Пеллестрина, Лидо, Сан-Эразмо утрауҙары менән бүлеп алынған лагуна эсендәге ҡоро ергә һала башлайҙар. Беҙҙең эраның VII — VIII ғбыуатында бында ҡала-республика барлыҡҡа килә. IX — X быуаттарҙа уҡ Венеция Европаның көслө сауҙа һәм диңгеҙселек үҙәгенә әүерелә.

Татар-монгол яуҙарынан һуң Венеция Алтын Урҙа менән сауҙа мөнәсәбәттәре урнаштырған беренсе дәүләт. 1367 йылда Венеция ҡалаһынан сыҡҡан итальян ғалимдары Доменико һәм Франциско Пициганиҙар Алтын Урҙа дәүләте биләгән ерҙәрҙе лә картаға төшөрәләр. ХV быуатта улар Ҡазан ханлығы менән сауҙа итәләр. Венеция сәүҙәгәре Иосафат Барбаро Ҡазанға килеп: “Ҡазан—сауҙа ҡалаһы; унан Мәскәүгә, Польшаға, Пруссияға, Фландрияға күпләп тире-мех сығаралар, тип яҙып ҡалдыра.

Ҡыҙыҡлы факт

Башҡортостандың Дүртөйлө ауылында Венеция тигән ауыл бар, ул күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Үҙенсәлекле атаманың килеп сығыуы әлбиттә осраҡлы түгел. Венеция исемен 2001 йылда ла аҡлай ауыл - яҙғыһын боҙ тығылып, Ағиҙел ярҙарынан сыға, һәм бер нисә көнгә йорттар һыу эсендә ҡала. Шулай ҙа иң ҡурҡыныс ташҡын бында 1947 йылда булды тип хәтерләй ололар. [3]

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Венеция, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Венеция (город в Италии) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Разумов Г. А., Хасин М. Ф. Тонущие города. — М.: Стройиздат, 1991
  • Акройд, Питер. Венеция. Прекрасный город. Litres, 2017.
  • Karpov, Serghei La Tana veneziana. Vita economica e rapportisociali: i tentativi di superare la grande crisi della metà del Trecento (итал.) // Rapporti mediterranei, pratiche documentarie, presenze veneziane: le reti economiche e culturali (XIV - XVI secolo). Estratto : diario / Ortalli, Gherardo; Sopracasa, Alessio. — Venezia: Istituto Veneto di Scienze, Lettere ed Arti, 2017. — С. 237—252. — ISBN 978-88-95996-69-1.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.