Ваҡыт

Ваҡыт — физик һәм психик процестарҙың үтеү формаһы, үҙгәреү ихтималлығы шарты[1]. Философияның һәм Физиканың төп төшөнсәләренең береһе, бөтә объекттарҙың йәшәү оҙайлығы үлсәме, процестарҙа уларҙың торошо һәм процестарҙың үҙҙәренең бер-бер артлы алмашыныуы, үҙгәреүе һәм үҫеше характеристикаһы[2], шулай уҡ берҙәм арауыҡ-ваҡыт координаталарының береһе, уның тураһында төшөнсә сағыштырмалыҡ теорияһында үҫешә.

Ваҡыт
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә арауыҡ-ваҡыт философияһы[d], ДСТ һәм социология времени[d]
Дәүмәл билдәһе t һәм τ
Тасуирлау биттәре w3.org/2006/time
 Ваҡыт Викимилектә
Ваҡытты күҙәтеү өсөн хронометр ҡулланыла (мәҫәлән, сәғәт)

Фәлсәфәлә — ул кире ҡайтмаҫ ағым (бер генә йүнәлештә — үткәндән хәҙерге ваҡыт аша киләсәккә ағыусы)[3].

Метрологияла — физик дәүмәл, халыҡ-ара физик дәүмәлдәр системаһының ете төп дәүмәлдәренең береһе (ингл. International System of Quantities, франц. Système International de grandeurs, ISQ)[4], ә ваҡыт үлсәү берәмеге «секунд» — Халыҡ-ара берәмектәр системаһының (СИ) ете төп берәмегенең береһе(франц. Le Système International d’Unités, SI, ингл. International System of Units, SI).

Ҡулланылған тамғалауҙар

Ваҡытты тамғалау өсөн ғәҙәттә латин алфавитының t символы — лат. tempus («ваҡыт») йәки грек алфавитының τ символы ҡулланыла[5]. Математик формулаларҙа йыш ҡына ваҡыт буйынса функцияның сығарылмаһы дифференцияланыусы үҙгәреүсән өҫтөндә нөктә менән тамғалана (мәҫәлән, Лагранж формулаһында бында  — дөйөмләштерелгән координаталар).

Ваҡыт үҙенсәнлектәре

Ваҡыт үҙенең бер йүнәлешле (ҡарағыҙ: Стрела времени), бер үлсәмле булыуы, бер нисә симметрия үҙенсәнлекле булыуы менән характерлана[6].

Шулай уҡ ваҡыт физик дәүмәл булараҡ ниндәйҙер иҫәпләү системаһында периодлы процестар менән билдәләнә, уларҙың ваҡыт шкалаһы тигеҙһеҙ (Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү процесы йәки кеше пульсы), шулай уҡ тигеҙ булырға мөмкин. Тигеҙ эталон иҫәпләү системаһы «билдәләмә буйынса» һайлана; элегерәк, мәҫәлән, уны Ҡояш системаһының есемдәре хәрәкәте менән бәйләгәндәр (эфемерида ваҡыты), хәҙерге ваҡытта атом ваҡыты шулай тип һанала, ә секунд эталоны — тышҡы ҡырҙар тарафынан ҡуҙғыу булмағанда, цезий-133 атомының төп торошонда ике үтә йоҡа кимәл араһында күсешкә ярашлы нурланыштың 9 192 631 770 периоды. Был билдәләмә — ирекле алынмаған, ә эксперименталь физика үҫешенең хәҙерге этабында кешелеккә билдәле булған иң теүәл периодик процестар менән бәйле[7].

Ваҡыт физикаһының хәл ителмәгән проблемалары

  • Ғөмүмән ни өсөн ваҡыт аға?[8]
  • Ни өсөн ваҡыт һәр саҡ бер йүнәлештә аға?[9]
  • Ваҡыт кванттары бармы?[10]
  • Ни өсөн ваҡыт бер үлсәмле?[11]
  • Эйнштейн тигеҙләмәләренең ҡайһы бер сығарылыштарында Йомоҡ ваҡытҡа оҡшаш һыҙыҡтар бар. Моғайын, был дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһында ваҡыттың геометрик тасуирламаһының тулы булмауын һәм дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһын, ваҡыттың тәртип бәйләнеше булараҡ үҙсәнлектәрен биреүсе топологик аксиомалар өҫтәү кәрәклеген дәлилләйҙер[12].

Ваҡыт иҫәбе

Классик, шулай уҡ релятивистик физикала ваҡытты иҫәпләү өсөн арауыҡ-ваҡыттың ваҡыт координатаһы ҡулланыла (релятивистик осрағындае — шулай уҡ арауыҡ координаталары), шуның менән бергә (ғәҙәттәгесә) киләсәк заман өсөн «+» тамғаһы, ә үткән заман өсөн «-» тамғаһы ҡулланыу ҡабул ителгән. Ләкин ваҡыт координатаһының мәғәнәһе классик һәм релятивистик осраҡта төрлөсә (ҡарағыҙ: Ваҡыт күсәре).

Астрономияла, навигацияла һәм социаль тормошта ваҡыт

{{Якорь|astro}Астрономияла һәм навигацияла ваҡыт Ер шарының тәүлек әйләнеше менән бәйле. Ваҡыт иҫәбе өсөн бер нисә төшөнсә ҡулланыла.

  • Урындағы ысын ҡояш ваҡыты (local apparent solar time) — төш ваҡыты Ҡояштың урындағы меридиан аша (тәүлек хәрәкәтендә иң юғары нөктә) үтеүе буйынса билдәләнә. Башлыса, навигация һәм астрономия мәсьәләләрендә ҡулланыла. Был ҡояш сәғәте күрһәткән ваҡыт.
  • Урындағы уртаса ҡояш ваҡыты (local mean solar time) — йыл дауамында Ҡояш саҡ ҡына тигеҙһеҙ хәрәкәт итә (айырма ±15 мин), шуға күрә шартлы рәүештә уртаса ҡояш ваҡыты менән тап килеүсе тигеҙ ағыусы ваҡыт индерелә. Был һәр географик оҙонлоҡ өсөн үҙенең үҙ ваҡыты.
  • Бөтә донъя ваҡыты (Гринвич ваҡыты, GMT) — башланғыс меридиандағы (Гринвич эргәһенән үтә) уртаса ҡояш ваҡыты. Аныҡ бөтә донъя ваҡыты атом сәғәттәре ярҙамында иҫәпләнә һәм UTC (ингл. Universal Time Coordinated, Бөтә донъя координацияланған ваҡыт) тип атала. Был ваҡыт бөтә ер шары өсөн бер тигеҙ ҡабул ителгән. Астрономияла, навигацияла, космонавтикала һәм башҡаларҙа ҡулланыла.
  • Йондоҙ ваҡыты — яҙғы көн менән төн тигеҙлеге нөктәһенең өҫкө кульминацияһы буйынса билдәләнә. Астрономияла һәм навигацияла ҡулланыла.
  • Астрономик ваҡыт — юғарыла бөтә һанап кителгәндәр өсөн дөйөм төшөнсә.
  • Бүлкәт ваҡыты — Һәр тораҡ пунктта үҙ урындағы ҡояш ваҡыты булыу уңайһыҙ булғанлыҡтан, ер шары 24 сәғәт бүлкәтенә бүленгән, уның сиктәрендә ваҡыт бер үк тип иҫәпләнә, ә күрше сәғәт бүлкәтенә күсеү менән теүәл 1 сәғәткә үҙгәрә.
  • Декрет ваҡыты — «бүлкәт ваҡыты плюс бер сәғәт» тип ваҡыт иҫәпләү тәртибе. 1930 йылда СССР-ҙың бөтә территорияһында сәғәт уҡтары 1 сәғәткә алға күсерелә. Мәҫәлән, Мәскәү, рәсми рәүештә икенсе сәғәт бүлкәтендә урынлашһа ла, Гринвичтан +3 сәғәткә айырылған ваҡыт ҡуллана башлай. Күп йылдар дауамында СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә декрет ваҡыты төп гражданлыҡ ваҡыты булып тора.
  • Йәйге ваҡыт (daylight saving time, summer time) — сәғәт уҡтарын ваҡытлы күсереү, яҙ 1 сәғәткә алға, көҙ 1 сәғәткә артҡа.
  • Урындағы ваҡыт (standard time, local standard time) — ярашлы территория урынлашҡан сәғәт зонаһы ваҡыты. Төшөнсә Рәсәйҙә 2011 йылда бүлкәт ваҡыты һәм декрет ваҡыты төшөнсәләре урынына федераль закон менән индерелә.

Ваҡыт үлсәү берәмектәре

ИсемеОҙайлығы
Гигайыл1 000 000 000 йыл (Ҡояштың һәм Ерҙең йәше яҡынса 4,5 гигайыл тәшкил итә)
Меңйыллыҡ (Миллениум)1000 йыл
Быуат, йөҙйыллыҡ100 йыл
Индикт15 йыл
Унйыллыҡ10 йыл
Йыл365/366 тәүлек
Квартал3 ай — 1/4 йыл
Ай≈ 3 декада — 28-31 тәүлек, ләкин йышыраҡ 30 тәүлек тип иҫәпләйҙәр
Декада10 тәүлек
Аҙна7 тәүлек
Алтыкөнлөк6 тәүлек
Бишкөнлөк5 тәүлек
тәүлекаҙнаның 1/7
Сәғәттәүлектең 1/24
Минутсәғәттең 1/60
Секундминуттың 1/60
Терциясекундтың 1/60
Сантисекунд10−2 секунд
Миллисекунд10−3 секунд (пуляның ҡыҫҡа арауыҡта хәрәкәте)
Микросекунд10−6 секунд
Наносекунд10−9 секунд (кристалдың өҫкө йөҙөндә буш урындар диффузияһы)
Пикосекунд10−12 секунд (кристаллик рәшәткә тирбәлеүҙәре, химик бәйләнештәр барлыҡҡа килеү һәм өҙөлөү)
Фемтосекунд10−15 секунд (атомдар тирбәлеүе, ЭМ-ҡырҙың яҡтылыҡ тулҡынында тирбәлеүе)
Аттосекунд10−18 секунд (рентген диапазонындағы ЭМ-тирбәлеүҙәр периоды, күп электронлы атомдарҙың эске ҡатлам электрондары хәрәкәте)
Зептосекунд10−21 секунд (ядро реакциялары динамикаһы)
Иоктосекунд10−24 секунд (тотороҡло булмаған элементар киҫәксәләрҙең барлыҡҡа килеүе/тарҡалыуы)

Геологияла

  • Эон (бор. грек. αἰών «быуат, эпоха») геологияла — барышында эонотема барлыҡҡа килгән геологик тарих ваҡыт аралығы; бер нисә эраны берләштерә.
  • Эрагеохронологик шкаланың бүлеге, эондың аҫинтервалы, мәҫәлән Кайнозой (кайнозой эраһы). Геологик эраларҙың күпселеге геологик периодтар тип аталған бәләкәйерәк берәмектәргә бүленәләр.
  • Дәүергеохронологик шкала берәмеге, геологик периодтың өлөшө, геологик быуаттарға бүленә. Стратиграфияла геологик бүлеккә тап килә, йәғни геологик дәүер — ул Ерҙең палеонтологик һәм геологик тарихында, ярашлы геологик бүлек барлыҡҡа килтергән тоҡомдар ҡатламы барлыҡҡа килгән йәки ҡатлам булып ултырған ваҡыт аралығы.
  • Периодгеохронологик шкаланың бүлеге, геологик эраның аҫинтервалы.
  • Быуатстратиграфик бүлек, геологик бүлеккәбуйһонған дөйөм стратиграфик шкаланың берәмеге. Стратиграфик зоналарға бүленә. Бер геологик быуат дауамында барлыҡҡа килгән һәм Ерҙең геологик үҫешенең билдәле бер этабына яуап биргән тау тоҡомдары ҡатламын берләштерә. Уның өсөн һәм тик уның өсөнгенә хас булған төрҙәр, тоҡомдар, ырыуҙар менән ҡылыҡһырлана.
  • Стратиграфия (лат. stratum «түшәмә, ҡатлам» һәм бор. грек. γράφω• (gráfo) «яҙам, һыҙам, һүрәт төшөрәм» һүҙҙәренән) — фән, геологияның ултырма тау тоҡомдарының сағыштырма геологик йәшен билдәләү, тоҡом ҡатламдарын айырыу һәм төрлө геологик ҡатламдарҙы корреляциялау тураһында бүлеге. Стратиграфия өсөн мәғлүмәттең төп сығанаҡтарының береһе — палеонтологик билдәләүҙәр. Археологияла стратиграфия тип культуралы ҡатламдарҙың бер-береһенә ҡарата һәм уларҙы ҡаплаусы тәбиғи тоҡомдарҙың үҙ-ара урынлашыуы атала. Был урынлашыуҙы асыҡлау табылмаларҙы даталау өсөн киҫкен әһәмиәткә эйә (даталауҙың стратиграфик ысулы, планиграфия).

Тарихта

  • d-Дәүер (Яңырыу дәүере, Торғонлоҡ дәүере)
  • Эра
  • Период, осор
  • Быуат

Музыкала

Ҡалып:Заготовка раздела

Музыкала такт оҙонлоғо менән ваҡыт үлсәменең абсолют берәмектәре араһында теүәл тап килеүҙе булдырыу өсөн, ғәҙәттә BPM берәмектәрендә күрһәтелгән метроном һуғыу йышлығы ҡулланыла ала. (ингл. beats per minute — «минутына һуғыуҙар»)[13].

Интернетта

  • Бит — тәүлектең 1/1000 өлөшө, йәғни 1 мин 26 сек самаһы. Был дәүмәл 1998 йылда, хронометрҙарҙың яңы серияһын рекламалау кампанияһы сиктәрендә, Swatch компанияһы тарафынан бөтә сәғәт бүлкәттәре өсөн берҙәм тәүлек ваҡытын күрһәткәндә ҡулланырға тәҡдим ителә. Исеме ингл. beat «һуғыу, такт һәм ваҡытты һуғыу» һүҙенән (бит менән бутамаҫҡа, ингл. bit).

Индуизмда

  • Кальпа — «Брахма көнө», 4,32 миллиард йыл дауам итә һәм 1000 маха-юганан тора (4 юга буйынса периодтар).

Метрология

Ваҡыт һан яғынан ниндәйҙер һандар менән ҡылыҡһырлана. Ваҡыт аралығы тип был һүҙҙең һан мәғәнәһендә, ҡаралған мәлдәрҙә сәғәт күрһәтеүҙәренең айырмаһын аңлайҙар. Ваҡытты үлсәү өсөн хеҙмәт иткән периодик процестар барған теләһә ниндәй есем йәки есемдәр системаһы сәғәт булып хеҙмәт итә ала.[14].

Эталондар

Ағымдағы ваҡытты иҫәпләү саралары (автономлы)

  • Календарь (баҫма матбуғат) (көнлөк/йыллыҡ иҫәп).
  • Сәғәт.
  • Йышлыҡ стандарты.

Ваҡыт интервалдарын барлыҡҡа килтереү саралары

  • Таймер.
  • Ҡом сәғәте.
  • Метроном.
  • Калибрланған тотҡарлыҡ һыҙығы.

Ваҡыт интервалдарын үлсәү саралары

Ваҡытты үлсәү өсөн составында Ваҡыт интервалдарын тергеҙеү саралары — тотороҡло импульстар генераторы (маятник, кварцлы йәки башҡа генераторҙар) булған төрлө калибрланған приборҙар:

  • Секундомер
  • интервалдарҙы үлсәү блогы булған электрон-иҫәпләү йышлыҡ үлсәгесе
  • Осциллограф

Ағымдағы ваҡытты билдәләүҙең үҙәкләштерелгән ысулдары

  • Теүәл ваҡыт хеҙмәте ярҙамында телефон буйынса.
  • Теүәл ваҡыттың аудио- йәки визуаль сигналдарын тапшырыусы теле- йәки радиопрограммалар.
  • Махсус сигналдар ҡулланып махсус радиостанциялар (мәҫәлән, RWM, DCF77 кеүек) аша тапшырылған теүәл ваҡыт сигналдарын ҡабул иткес буйынса.
  • Компьютер буйынса Интернетта махсус сервис селтәре ярҙамында һәм локаль селтәрҙәрҙә (мәҫәлән, NTP кеүек).
  • Ваҡытты GPS аша белергә мөмкинлек биреүсе техник саралар ярҙамында

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Этернализм
  • ISO 8601
  • Многомерное время
  • Управление временем
  • Собственное время
  • Динамическое время
  • Эфемеридное время
  • Система единого времени


Иҫкәрмәләр

  1. Смирнов А. В. Время // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  2. Матяш, 2007, с. 281
  3. Существует ли «стрела времени?», А. И. Гулидов, Ю. И. Наберухин
  4. Международный словарь по метрологии: основные и общие понятия и соответствующие термины = International vocabulary of metrology — Basic and general concepts and associated terms (VIM) / Пер. с англ. и фр.. — 2-е изд., испр. СПб.: НПО «Профессионал», 2010. — 82 с. — ISBN 978-5-91259-057-3.
  5. Сена Л. А. Единицы физических величин и их размерности. — М.: Наука, 1977. — С. 284.
  6. Мостепаненко, 1966, с. 28
  7. Рудольф Карнап. Глава 3. Измерения и количественный язык // Философские основания физики: Введение в философию науки = R. Carnap. Philosophical Foundations of Physics: an introduction to the philosophy of science. М.: Прогресс, 1971. — 392 с.(недоступная ссылка)
  8. Физика времени, 1987, с. 215
  9. Физика времени, 1987, с. 195
  10. Физика времени, 1987, с. 186
  11. Физика времени, 1987, с. 216
  12. Чудинов Э. М. Теория относительности и философия. — М.: Политиздат, 1974. — С. 242.
  13. Таблица темпов метрономов
  14. Сивухин Д. В. Общий курс физики. Механика. — М., Наука, 1979. — Тираж 50 000 экз. — с. 22


Әҙәбиәт

  • Бом Дэвид. Специальная теория относительности. М.: Мир, 1967. — 285 с.
  • Бурдун Г. Д., Базакуца В. А. Единицы физических величин. — Харьков: Вища школа, 1984.
  • Время // Энциклопедический словарь юного физика / В. А. Чуянов (сост.). М.: Педагогика, 1984. — С. 43—44. — 352 с.
  • Громов М. Н. Время и его восприятие в Древней Руси // Древняя Русь. Вопросы медиевистики. 2009. № 2 (36). С. 7-17.
  • Время, системы измерения // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Знаки времени в славянской культуре: от барокко до авангарда. М.: Институт славяноведения РАН, 2009.
  • Время / Кобзев А. И. (Время в китайской культуре), Лысенко В. Г. (Время в индийской философии), Гайденко П. П. (Время в философии Нового времени) // Восьмеричный путь — Германцы. М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 26—29. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 6). — ISBN 5-85270-335-4.
  • Кауфман У. Космические рубежи теории относительности. М.: Мир, 1981. — 352 с.
  • Маслов А. А. Представление о времени в Китае 2022 йыл 24 ғинуар архивланған. // Маслов А. А. Китай: колокольца в пыли. Странствия мага и интеллектуала. — М.: Алетейя, 2003. — С. 9−15.
  • Мостепаненко А. М., Мостепаненко М.В. Четырехмерность пространства и времени. Л.: Наука, 1966. — 189 с.
  • Матяш Т. П. (ред.). Философия науки. — Ростов на Дону: Феникс, 2007. — 441 с.
  • Неванлинна Р. Пространство, время и относительность. М.: Мир, 1966. — 229 с.
  • Пригожин И., Стенгерс И. Время, хаос, квант. К решению парадокса времени. М.: Едиториал УРСС, 2003. — 240 с. — ISBN 5-354-00268-0.
  • Пригожин И. От существующего к возникающему. Время и сложность в физических науках. М.: КомКнига, 2006. — 296 с. — ISBN 5-484-00313-X.
  • Райхенбах Х. Философия пространства и времени. М.: Прогресс, 1985. — 344 с.
  • Райхенбах Х. Направление времени. М.: Едиториал УРСС, 2003. — 360 с. — ISBN 5-354-00275-3.
  • Ли Смолин. Атомы пространства и времени, «В мире науки», апрель 2004.
  • Яворский Б. М., Детлаф А. А. Справочник по физике. — М.: Наука, 1981.
  • Стритер Р., Вайтман А. С. PCT, спин и статистика и всё такое. М.: Наука, 1966. — 251 с.
  • Хапаева Д. Время собственное (Время в культуре XX—XXI вв.) 2022 йыл 25 март архивланған. // Хапаева Д. Герцоги республики в эпоху переводов: Гуманитарные науки и революция понятий. — М.: Новое литературное обозрение, 2005. — С. 204−215.
  • Чернин А.Д. Физика времени. М.: Наука, 1987. — 224 с.
  • Черняков А. Г. Онтология времени. Бытие и время в философии Аристотеля, Гуссерля и Хайдеггера. СПб.: Высшая религиозно-философская школа, 2001.- 460 с.
  • Шполянский В. А. Хронометрия — М.: Машиностроение, 1974.
  • Ярская-Смирнова В. Н. Истоки концептуализации времени в древнегреческой философии и современные направления анализа времени //Тр. Тбилис. ун-та.— Тбилиси, 1989.— Т. 292.
  • Masreliez C. Johan; The Progression of Time — How expanding space and time forms and powers the universe (Прогрессия Времени: Как расширение пространства и времени формирует космическое пространство и приводит в движение Вселенную.), Amazon, Createspace Печать по требованию, 340 c. (2012). ISBN 1-4565-7434-5.
  • Whitrow G. J. Time in history: views of time from prehistory to the present day (инг.). Oxford University Press, 1989. — 217 p. — ISBN 9780192852113.
  • Уитроу, Джон (ингл. Gerald James Whitrow). Естественная философия времени. М.: Едиториал УРСС, 2003. — 400 с. — ISBN 5-354-00247-8.
  • Мюллер Ричард А. Сейчас. Физика времени. М.: Манн, Иванов и Фербер, 2017. — 368 с. — ISBN 978-5-00100-574-2.
  • Рудольф Баландин. Подлинная история времени. М.: Эксмо, 2009. — 288 с. — (Никола Тесла и магия науки). — ISBN 978-5-699-38710-6.


Һылтанмалар

Ҡалып:Единицы измерения и стандарты времени Ҡалып:Философия времени Ҡалып:Сутки

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.